+17 °С
Облачно
VKOKМакс
Хәтер
4 Августа , 13:02

Яҙыусы тыуған көн

Бөгөн күренекле яҙыусы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Булат Рафиҡовтың тыуыуына - 92 йыл.

Яҙыусы тыуған көнЯҙыусы тыуған көн
Яҙыусы тыуған көн

Булат Заһри улы Рафиҡов Башҡорт АССР-ының Мәләүез районы Дәүләтҡол ауылында 1934 йылдың 4 авгусында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Юлдаш ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, 1950—1954 йылдарҙа Стәрлетамаҡ педагогия училищеһында уҡый.

1954—1959 йылдарҙа ул Башҡорт дәүләт университеты студенты. Вузды тамамлап сыҡҡас, үҙе уҡыған Үрге Юлдаш урта мәктәбенә уҡытыу бүлеге мөдире булып эшкә ҡайта. Бер йылдан Өфөгә «Ленинсы» гәзите редакцияһына эшкә саҡырыла. Бында ул әҙәби хеҙмәткәр, бүлек мөдире булып 1970 йылға саҡлы эшләй. Журналистика эше уның аҙаҡ «Совет Башҡортостаны» гәзите, «Пионер», «Ағиҙел» журналы редакцияларында дауам итә. Булат Рафиҡов 1980 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһының яуаплы секретары итеп һайлана. 1988—1998 йылдарҙа «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире. Башҡорт ырыуҙарының Аҡһаҡалдар ҡоро рәйесе була.

Булат Рафиҡовтың әҙәбиәт һәм публицистика өлкәһендәге эшмәкәрлеге журналист булып эшләү йылдарынан башлана. 1965—1970 йылдарҙа «Ленинсы» гәзитендә баҫылған уның шиғырҙары, очерктары һәм фельетондары публицистик пафосы менән айырылып тора.

Булат Рафиҡовтың эпик һәләтлелеге проза жанрҙарында асығыраҡ күренә. Ул «Белорет — Шишмә» тимер юлы төҙөүселәре тормошона арналған «Тауҙарҙа ҡар иртә ята» повесы менән китап уҡыусыларҙың иғтибарын тартырға өлгөрә. «Лоулла», «Йыһан азаматтары» тигән фантастик повестары менән беҙҙең әҙәбиәттә һирәк осраған жанр тармағында ла уңышлы эшләй алыуын иҫбатлай. «Сал ҡылған» романында етмешенсе йылдар башындағы ауыл тормошо яҡтыртыла.

1980-90-сы йылдарҙа Б. Рафиҡов тарихи проза өлкәһендә бик актив эшләй. «Ҡараһаҡал» романы 1990 йылда Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була. «Сал ҡылған» романы Булат Рафиҡовтың ҙур эпик жанр өлкәһендәге мөмкинлектәрен асып бирә. «Эйәрләнгән ат» тарихи-фаразында (1993) Б. Рафиҡов С. Юлаевтың, атаһы Юлай Аҙналиндың һәм башҡа пугачевсыларҙың Рогервик ҡәлғәһендә тотҡонлоҡ тормоштарын хикәйәләй, уларҙың рух ныҡлығын тасуирлай.

Башҡа әҫәрҙәре: «Үр елдәре», «Бәләкәй баҡса сәскәһе», «Көнгәк», «Үлсәү йондоҙлоғо», «Тәңреләр һәм төркиҙәр», «Ғәрәп», «Һуҡайлының һуңғы байрамы», «Һуңғы ахмаҡлыҡ», «Замана беҙҙең ҡулда», «Париж башҡорто», «Өйһөҙ ҡалған тауыштар».

1998 йылдың 26 апрелендә яҙыусының йөрәге тибеүҙән туҡтай.

1978 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы була.

Мәғлүмәт ba.wikipediaнан алынды.

Яҙыусы тыуған көн
Яҙыусы тыуған көн
Яҙыусы тыуған көн
Яҙыусы тыуған көн
Яҙыусы тыуған көн
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас