+22 °С
Ясно
VKOKМакс
Хәтер
10 Августа , 10:43

Шағир тыуған көн

1952 йылдың 10 авгусында Күгәрсен районы Дауыт-Ҡайып ауылында танылған башҡорт шағиры, журналист  Рәмил Йәнбәк тыуған. Ул хеҙмәт юлын БДУ-ның V курсында уҡығанда "Башҡортостан пионеры" ("Йәншишмә") гәзитендә башлаған һәм бер нисә йыл уның баш мөхәррире булды. Рәмил Йәнбәк шиғырҙарын сайтҡа үтеп уҡығыҙ.

Шағир тыуған көнШағир тыуған көн
Шағир тыуған көн

Рәмил Йәнбәк - СССР Журналистар союзы (1979), Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы (1993), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2002), Шәһит Хоҙайбирҙин (2002), Зәйнәб Биишева (2006) һәм Фәтих Кәрим (2015[1]) исемендәге премиялар лауреаты (Башҡорт википедияһынан).

БӘХЕТ ХАҠЫНДА

Ана, бәхет! Анау боролошта.
Тау артында ғына — яҡында.
Бәхет көтөп күңел өшөп бөттө,
Ә йөрәгем һаман ялҡында.

 

Ғүмер буйы шулай: бәхет тиеп
Уҙа көндәр, йылдар уҙалар.
Өмөтһөҙлөк өҫтәп, йыш-йыш ҡына
Шик-шөбһәләр йәндә ҡуҙғала.

 

Бик шымаҡай, ах(ы)ры,
бәндәләрҙең
Мәңге көткән — бәхет тигәне.
Ҡойроҡ күрһәтә лә юҡҡа сыға:
Ымһындыра бирә кинәнеп.

 

Һирәк тәтей фани донъяларҙа,
Ысынында иһә мул микән?
Бәхет көткән булып ымһыныуҙар —
Бәндә тәҡдирҙәре шул микән?!

 

Ер өҫтөнә килер яңы быуын,
Бәхет ятыр тауҙар артында.
Үртәр һаман әҙәм балаларын:
"Мин бит бында!
Мин бит яҡында!.."

 

БАРЫБЕР
Оҙон коридорҙан атлап киләм,
Бик оҙон ул, оҙон коридор.
Нимә көтә уның аҙағында?–
Минең өсөн инде барыбер.

 

Һөйгөм килде, бик һөйөлгөм килде –
Яҙҙар үтте кеүек аралап.
Аллаға ла күпме ялбарҙым мин –
Табылманы изге дауалар.

 

Һуңланыммы? Әллә иртә тыуҙым –
Бушҡа уҙа төҫлө ғүмерем.
Мин, ахыры, ерҙән киткәстен дә
Үҙ-үҙемде эҙләп йөрөрмөн.

 

...Оҙон коридорҙан атлап киләм,
Бик оҙон ул, оҙон коридор.
Аҙағында, бәлки, яҡтылыҡтыр –
Тик ул инде миңә барыбер.

МИН КЕМ?
Йыһан өсөн — саң бөртөгө,
Ерҙә — ябай бер әҙәм.
Донъя йәмле булһын тиеп,
һүҙ-ынйынан йыр теҙәм.
Тик йырыма һағыш тула —
Тормош үҙе һағышлы.
Шат көйҙәремде томалай
Ҡайғылылар тауышы.
Сәнсеп-сәнсеп ала йөрәк,
Теҙләтмәксе ҡанундар.
Буйһонмаҫҡа ҡанундарға —
Сәм-ут яна ҡанымда!
Мөхәббәткә табынғанға,
Көнөм үтмәй көйөүһеҙ.
Һөйөү бәхетһеҙ булһа ла,
Бәхет булмай һөйөүһеҙ.

БЕР ИЛАРҒА ИНЕ

 

Их, ҡысҡырып бер иларға ине,
Әсәйемдең ятып ҡулына.
Ул йөрәге менән аңлар ине –
Ниндәй ҡайғы төшкән улына.
Илап булмай,
Йылға ташы һымаҡ
Юшҡындарҙан күңел ҡатҡанға.
Йыйнай алмай оҙон уйҙарымды,
Уяу ятам таңдар атҡанда.
Йөрәк тырнап торған шиктәремде,
Һағыштарым кемгә һөйләйем?
Тамырҙарға ҡаным һыймағанда,
Ҡайһы көйҙө икән көйләйем?
Дуҫ-иш яҡын – донъя малы барҙа,
Һибелә икән ҡайғы килгәндә.
Кем күрһәтер йырып сығыр юлды –
Шик-шөбһәле һаҙлыҡ тирәмдә.
Әсәкәйем минең, берҙән-берем,
Алтындарҙан-алтын әсәйем,
Ниңә шулай хисле йөрәк бирҙең –
Моң-һағыштарымдан сәсәйем!
Их, ҡысҡырып бер иларға ине
Әсәйемдең ятып ҡулына.
Ул йөрәге менән аңлар ине –
Ниндәй ҡайғы төшкән улына.

Рәмил Йәнбәк

Шағир тыуған көн
Шағир тыуған көн
Шағир тыуған көн
Шағир тыуған көн
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас