+17 °С
Болотло
VKOKМакс
Хәтер
2 Сентябрь , 05:21

2 (15) сентябрь – «Йәншишмә»нең тәүге баш мөхәррире тыуған көн!

Шағир, яугир Хәй Ғабдрахман улы Мөхәмәтйәров 1911 йылдың 2 сентябрендә (иҫке стиль менән) Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районы Ҡунаҡбай ауылында тыуа. Башланғыс белемде тыуған ауылы мәктәбендә ала. 1928 йылда Өфөләге Ленин исемендәге урта мәктәпте тамамлай. Силәбе өлкәһенең Арғаяш кантонында эшләй. Шунан һуң Өфөгә күсеп килә. Бында «Йәш төҙөүсе» гәзитенең (хәҙерге «Йәншишмә») тәүге мөхәррире була.

2 (15) сентябрь – «Йәншишмә»нең тәүге баш мөхәррире тыуған көн!2 (15) сентябрь – «Йәншишмә»нең тәүге баш мөхәррире тыуған көн!
2 (15) сентябрь – «Йәншишмә»нең тәүге баш мөхәррире тыуған көн!

Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Мөхәмәтйәров Хәй фронтҡа китә һәм илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙе һаҡлау өсөн барған ҡаты алыштарҙа взвод менән етәкселек итә. 1941 йылдың декабрендә Мәскәү өлкәһе Верея ҡалаһында һәләк була.

Хәй Мөхәмәтйәров 1925 – 1926 йылдарҙа матбуғатта тәүге шиғырҙарын баҫтыра башлай. 1931 йылда «Барышта» тип исемләнгән беренсе китабы сыға.

М. Хәй башҡорт шиғриәтендә тәүгеләрҙән булып сонет жанрына нигеҙ һала. 1934 йылда Яҙыусылар союзына ағзалыҡҡа ҡабул ителә.

Тынғыһыҙ кеше булған ул. Бер ҡасан да үҙенең күңел донъяһына ғына бикләнеп йәшәмәгән. Бөтә нәмәгә әүҙем мөнәсәбәт күрһәткән. Әгәр 30 йәшендә Бөйөк Ватан һуғышында үлеп ҡалмаһа, Хәй Мөхәмәтйәров бик ҙур шағир булыр ине.

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.

Ватан

 Минең Ватаным
 Океандарҙан киң,
 Гүзәллектә ул
 Сәскәләргә тиң.
 Минең илемдә
 Ҡояш та яҡты,
 Йондоҙҙар ҙа шат,
 Ер ҙә бик яҡшы.
 Минең илемдең
 Күге лә бик киң,
 Мин үҙ илемдә
 Ҡоштай ирекле.
 Мин һине, илем,
 Бирмәм һис кемгә,
 Һинһеҙ тормош юҡ,
 Йәшәү юҡ беҙгә,

 

Миниатюралар

I
Мин сикһеҙ бай, сикһеҙ бәхетле
Бер ҡарашы менән илемдең.
II
Тормош! Һиңә күтәрелгән һайын,
Матурлыҡтар матурланалар,
Киңлектәр киңәйә, бейеклектәр
Һаман бейегәйә баралар.
III
Ниңә урман былай йәшел икән,
Һыуҙар бигерәк таҙа икән, тим,
Әллә был тормоштоң матурлығын
Беренсе ҡат күрәм микән мин?

Фотоларҙа М. Хәй һәм гәзиттең тәүге һаны бирелгән.

2 (15) сентябрь – «Йәншишмә»нең тәүге баш мөхәррире тыуған көн!
2 (15) сентябрь – «Йәншишмә»нең тәүге баш мөхәррире тыуған көн!
Автор:Лилия Мавлетова
Читайте нас