

Китапханасы 2004 йылдың 1 сентябрендә булған ҡанлы ваҡиғалар тураһында һөйләп үтте. Ул саҡта Беслан мәктәбенә террорсылар баҫып инә. Байрам көнө булғас, улар араһында балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә күп була... Акцияла ҡатнашыусылар һәләк булғандарҙы хөрмәтләп иҫкә алды.
Осрашыу барышында балалар слайдтар менән дә танышты: уларҙа мәктәптең һәм «Фәрештәләр ҡалаһы» мемориалының фотолары күрһәтелде, булған хәл тураһында ҡыҫҡаса факттар килтерелде. Ҡотҡарыусыларҙың ҡаһарманлығына һәм кешеләрҙең берҙәмлегенә айырыуса баҫым яһарға тырышты сараны ойоштороусолар.
Һуңынан балалар Тыныслыҡ ағасы яһаны, дуҫлыҡ, татыулыҡ тураһында фекерҙәрен еткерҙе.
Ә ошондай ваҡиға була ҡалһа, хәүеф янаһа, нимә эшләргә һуң? Китапханасы ҡағиҙәләр яҙылған буклеттар ҙа таратты. Терроризмға – юҡ!
Анна ЕГОШИНА, китапхана мөдире.
Өфө ҡалаһы.