-3 °С
Облачно
VKOKМакс
Хәтер
23 Октября , 09:21

Ҡыуандыҡтың ҡыйғыр бөркөтө

24 октябрҙә Башҡортостандың, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, шағир, прозаик, публицист Риф Ғәлим улы Тойғоновтоң тыуыуына 80 йыл тула. Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районындағы йәмле Аҡсура ауылында донъяға килгән ул. Ижадҡа һөйөүҙе малайҙа атаһы уята – кистәрен уның янына әҙәбиәт һөйөүсе яҡындары йыйыла: Ғәлим ағай үҙе уҡыған китаптарҙың эстәлеген һөйләй.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡыуандыҡтың ҡыйғыр бөркөтөҠыуандыҡтың ҡыйғыр бөркөтө
Ҡыуандыҡтың ҡыйғыр бөркөтө

Мәктәпте тамамлағас, буласаҡ шағир Башҡорт дәүләт университетында уҡый, һуңынан Мәскәүҙә әҙәби курстарҙа ике йыл белем эстәй. Төрлө гәзит-журнал редакцияларында, радио, телевидение, театрҙа эшләй. Күп йылдар Яҙыусылар союзында рәйес урынбаҫары йөгөн тарта, ике йыллап рәйес тә булырға тура килә. Ғәҙел, тура һүҙле, яуаплы, ихлас етәксе була ул. Башҡаларға ғына түгел, үҙенә лә талапсан, шул уҡ ваҡытта һәр мәсьәләне йөрәге аша үткәреүсе Риф Ғәлим улы һәр кемгә ярҙам итергә тырыша. Уның ваҡытһыҙ китеүе ижадташтары өсөн ҙур юғалтыу була.
Риф Тойғон – тиҫтәгә яҡын шиғыр һәм проза йыйынтығы авторы. «Ҡул йылыһы» исемле тәүге китабы 1982 йылда донъя күрә. «Тәҙрәмдә нурҙар уйнай», «Күңел һағына», «Һуңлауҙар юҡ ысын һөйөүгә» һәм башҡа шиғри йыйынтыҡтарына ингән әҫәрҙәренең нигеҙендә – хәҙерге замандың әхлаҡи проблемалары, шағир һәм шәхестең роле тураһында уйланыуҙар. «Баҡсала», «Ҡәнифә юлы» поэмаларында халыҡтың үткәне һәм бөгөнгөһө һүрәтләнгән. «Актриса», «Туҡталҡа» повестары, пьесалары бар. Шиғыр­ҙарына йырҙар ҙа ижад ителгән.

 

Башҡорт булыу өсөн күп кәрәкмәй...


Ҡараһаҡал, Кинйә, Салауаттар...
Халҡы данын батыр ишәйтә.
Башҡорт булыу өсөн күп кәрәкмәй,
Тоғро булһаң антҡа – шул етә.

Бер яуҙан да ситтә ҡалғаны юҡ,
Хаҡ оранды һәр саҡ ишетә.
Башҡорт булыу өсөн күп кәрәкмәй,
Һатмаһаң һин намыҫ – шул етә.

«Беҙ кем?» – тигән һорау тормай, беләм,
Уралыма һөйөү йәшәтә.
Башҡорт булыу өсөн күп кәрәкмәй,
Халҡың өсөн янһаң – шул етә,
Халҡың өсөн янһаң – шул етә!
Ҡыуандыҡҡа ҡайтам ҡыуанып
Ҡыуандыҡҡа ҡайтам мин ҡыуанып,
Таң ысығын һирпәм ҡулымда.
Көндөҙөн дә күк йондоҙон күреп,
Уйнап үҫкән ерҙәр – алдымда.

 

Ҡыуандыҡҡа ҡайтам...


Монар булып,
Ташҡан сағы дала еҫенең.
Күп ҡалалар араһында ул да –
Бер биҙәге Урал төҫөнөң.

Ҡайтыуҙарҙың китеүҙәре була,
Китәм унан һәр саҡ моң алып.
Ләкин һис ҡасан да тиҫтерҙәрҙән
Ҡайтмай йөрөмәйем, һуң ҡалып.

Ҡыуандыҡтың ҡыуанысы булып,
Күңелемдә тыуҙы был шиғыр.
...Бер уфтанһам, ҡулдарымда һирпкән
Ысыҡтарҙан сәсрәп ут сығыр.


Йәшәһен...


Көндө ҡаплар әсе йәшкә
Тулышмаһын күҙ.
Йәшәһен, тим, бәхет тигән
Биш хәрефле һүҙ.

Кемдән дә кем, ят бауырҙай,
Йәшермәһен йөҙ.
Йәшәһен, тим, туған тигән
Биш хәрефле һүҙ.
Йәшәйештә дуҫлыҡ менән
Һәр саҡ көслө беҙ.
Йәшәһен, тим, солох тигән
Биш хәрефле һүҙ.

Тирең тамған баҫыуҙарҙа
Иген уңһын көҙ.
Йәшәһен, тим, икмәк тигән
Биш хәрефле һүҙ.

Мәле етеп, ғашиҡ булһаң,
Һағышына түҙ.
Йәшәһен, тим, һөйөү тигән
Биш хәрефле һүҙ.

Донъя – хозур, һәр кемгә лә
Матурлығы үҙ.
Йәшәһен, тим, Ватан тигән
Биш хәрефле һүҙ.

...Һәр кемдең дә үҙ өлөшө
Йәшәргә һәм эшләргә.
Биш хәрефле һүҙҙәр генә
Теләйем кешеләргә!


Көнләшмәгеҙ


Ҡаш емереп йәшәргә ни
Кәм һуң ерҙә беҙ кемдән?
«Унда – бар ҙа, миндә – юҡ», тип
Көнләшмәгеҙ әҙәмдән!

Һәр кемде лә өҫтөн ҡуя
Аҡыл һәм сабырлығы.
Барҙың тейә барлығы, тик
Теймәй уның тарлығы.

Шуны ихлас аңлар йәшкә
Етеү кәрәк тиҙерәк.
Ул саҡта бит йөҙ йыртыу ҙа
Булыр ине әҙерәк.

«Ер йотһон!» – тип ант итәмен,
Һөйләр һүҙҙәрем хаҡтыр.
Көнсөллөктә беҙҙе уҙып,
Алға сыҡҡаны юҡтыр.

Ниңә шулай?
Көнсөлдәргә
Ҡарғышым булыр телдә.
Башҡортомдоң йәнен ҡыйған
Аҙмы яу ҡупҡан илдә?!

Шул яуҙарҙа батырҙары
Баш һалғанға күберәк,
Хәҙер һөмһөҙ, көнсөлдәре
Артҡан беҙҙә бигерәк.

Йәнем әрнеп әйтәм инде,
Күңелем түгел боҙоҡ.
Шиғырымды уҡығандар
Уйланһын ине аҙаҡ,
Уйланһын ине аҙаҡ...


***
Халҡы моңон тоя белмәй икән –
Ундай йөрәк булыр тойғоһоҙ.
Ер ғазабын уртаҡлашмай икән –
Ундай баш ул булыр ҡайғыһыҙ.

Йөрәк менән башты тиңләр инем
Ишер ишкәк менән кәмәгә.
Тормош даръяһында йөҙөү өсөн
Ишкәкһеҙ һуң кәмә нимәгә?


***
Яҡшы һүҙҙән тыуһа шатлыҡ хисе,
Яман һүҙҙән тыуа күҙ йәше.
Яҡшы менән һаман яманлыҡтың
Бара үлемесле көрәше.

Шул көрәштә, аһ, яманлыҡ еңеп,
Күҙ йәштәре тулһа һәр кемгә,
Ерҙә йәшәү ике тинлек торһа,
Һатып алмаҫ инем бер тингә.


***
Тояғында ут уйнатып елгән –
Ел еткермәҫ сапсан аттармы?
Уралымды йырҙа гел данлаусы –
Моңдан туймаҫ йырсыл ҡарттармы?

Ел еткермәҫ сапсан аттарға беҙ:
– Толпар, – тибеҙ, – егет терәге.
Моңдан туймаҫ йырсыл ҡарттарға беҙ:
– Сәсән, – тибеҙ, – йәп-йәш йөрәге.

Тояғында ут уйнатып елгән
Толпар тигән һүҙем – Иҙел ул.
Уралымды йырҙа гел данлаусы
Сәсән һүҙе – халҡым үҙе ул.
Аҡ өмөттәр
Ниҙер көтәм – алда аҡ өмөтөм –
Күперелеп ята аҡ томан.
Бындай мәлдәр һирәк булһалар ҙа,
Ваҡытына ҡарап бик таман.

Аҡ өмөтөм, ап-аҡ томан булып,
Осоп китһә, ҡалыр ҡара ер.
Бына шул саҡ иләҫ күңелем дә
Аҡ өмөтөм өсөн һағайыр.
Яланда бер үҙем атлап барам,
Рәхмәт уҡып ҡышҡы томанға.
Өмөттәрҙең, ахыры, ҡарҙай ағы
Тура килгән беҙҙең заманға!


Йәйғор


Йондоҙ менән йондоҙ сәкәшкәндәй,
Күкрәгәндә йәшен тау аша,
Хыялында оҙон бала саҡтың
Ғәжәпме ни бындай тамаша?

Һуштарымды алып, аҙаҡ йәйғор
Балҡығанда ерҙең ҡотолай,
Атайыма ул да күренгәндер
Үҙе кискән яуҙың утылай.

Йәйғор тотмаҡ булып күп йүгерҙем, –
Керпегемдә сәсрәп ирене.
Ямғырҙан һуң миңә күк көмбәҙе
Асылырға торған сер ине.

Алданғаным булды: йәйғор тиеп,
Һаҙағайҙы күреп ҡай саҡта.
Әсәйемә ул да күренгәндер
Мейесендә янған усаҡтай.

Йәшендәрҙән ҡурҡып, ҡалманым мин
Өйҙөң мөйөшөнә һыйынып.
Күреп үҫтем: балҡыр йәйғор барҙа
Йәшәрлекте нурға ҡойоноп.

«Йәйғор күреп, ник уфтана?» – тимә,
Һорауыңа һағыш ҡушылыр.
Алыҫтарҙа ҡалған бала саҡты
Юҡһыныуым, ахыры, ошолор.


Кем тип атарға?


Хәҙер белдек: тәбиғәт тә мохтаж
Тәрбиәгә, һөйөү һәм наҙға.
Трибунанан тороп
Һүҙ һөйләүҙәр
Китмәнеме икән оҙонға?!

Телмәр тотоу яман ғәҙәтенә
Әйләнмәһен шаулы замандың.
Ниндәй генә фәнни исеме юҡ
Тәбиғәткә килгән зыяндың.

Һанай китһәң, етмәҫ бармаҡтарың –
Һәр береһен иҫтә тоторға.
...Улай булғас, иң тәү төрән яһап,
Ер һөргәнде кем тип атарға?

Автор:Лилия Мавлетова
Читайте нас