Ихатаға килеп инеү менән, матур-матур сәскәләр ҡаршылай, арыраҡ ҡаҙан аҫтына ут яғылған: бында ҡош-ҡортҡа ашарға бешерәләр икән. Өйҙәренә күптән газ үткән, хатта һыуҙы ла индереп алғандар, әммә мал-тыуарға йәй көнө тышта бешереү ҡулайыраҡ. Ана, күләгәләге эскәмйәлә Нәжип бабай йәйге аяҙ көнгә һоҡланып ултыра. Уңарсы булмай Зөлфиә инәй килеп сыҡты. 64 йыл бергә йәшәй улар, туғыҙынсы тиҫтәне ҡыуалар инде, күҙ теймәһен үҙҙәренә.
Баҡсала йәшелсә утап йөрөгән ике малай – уларҙың, Әсәҙуллиндарҙың, нәҫел ағасын дауам итеүсе Сәлим менән Рәмзил. Өйҙә тағы бер ҡустылары бар әле: Нуриманға 6 ғына йәш. Ә Сәлим менән Рәмзил VIII һәм IV синыфҡа күскән.