-2 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хеҙмәт сиреге
26 Июль 2019, 13:51

Эшкә өйрәнеп үҫә

Үҙе бәләкәй булһа ла, Азил олатаһы менән Рәйсә өләсәһенә ярҙам итергә әҙер генә тора Асель. Ана бит, сапҡан бесәнде нисек тырышып тырматып йөрөй.


Афарин! Баҡсалағы түтәлдәргә һыу ҙа ҡойоша уңған ҡыҙ. Шулай бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп үҫеүе бик һәйбәт.

Олатай менән өләсәй янында бик рәхәт, күңелле лә. Тышта саф һауала күңеле булғансы уйнай. Ҡәҙерлеләре лә уға иғтибарын йәлләмәй, ҡарап ҡына тора. Шуға йыл һайын Асель йәйге матур мәлдәрҙе

Ибраһим ауылында үткәрергә ярата.

Ҡыҙ үҙе ата-әсәһе менән Өфөлә йәшәй. Быйыл беренсегә барасаҡ ул, әле көтөп еткерә алмай йөрөй. Кескәй саҡтан эш рәтенә өйрәнеп үҫкән Асель Борханова уҡыуҙа ла һынатмаҫ әле.

Айгүзәл ВӘЛИЕВА.

Ҡырмыҫҡалы районы, Ибраһим ауылы.
Читайте нас: