Быйылғы ямғырһыҙ, ныҡ эҫе көндәрҙә үҙҙәре үҫтергән сәскә, емеш-йәшелсәләргә күп итеп һыу ҡойорға кәрәк ине. Был эштә Аҡморон мәктәбенең III синыф уҡыусылары ла маҡтауға лайыҡ.
– Синыфыбыҙҙа бөтәһе 19 бала: 13 малай һәм 6 ҡыҙ. Барыһы ла бер аҙналыҡ мәктәп баҡсаһы эшенә ихлас йөрөнө. Бер-береһен һағынышып килеп еткәндәр. Улар үҙ-ара бик дуҫ һәм татыуҙар. Мине ҡыуандырып, йүгереп йөрөп, ярыша-ярыша түтәлдәрҙәге сәскәләргә, йәшелсәләргә һыу ҡойҙолар. Сүптәренән таҙарттылар. Был уҡыусыларым уҡыуҙа ла һынатмай. Синыфтан тыш эштәрҙә лә әүҙемдәр. Мәҫәлән, Юрий Гагарин кубогына үткәрелгән мәктәп олимпиадаһында бөтә фәндәр буйынса Азат Рәхмәтуллин еңеүсе булды. Ә Ильяс Фәйзуллин үҙ тиҫтерҙәре араһында эҙләнеүселәр эшендә призлы урын яуланы. Ул, әйткәндәй, «Крахмал» темаһы буйынса сығыш әҙерләгәйне. Төрлө ысулдар менән тәжрибәләр үткәреп ҡараны. Хатта беҙҙе лә үҙ эшенә йәлеп итте. Синыфташтарына ла уның сығышы ныҡ оҡшаны.
Һүрәт төшөрөү конкурсында ла беҙҙекеләр һынатмай. Азалиә Ғәбсәләмова, Уралиә Юлышева, София Юланова, Тимур Әхмәтов, Богдан Йосопов, Гөлйемеш Юлдашева, Айнур Яҡупов, Зәлиә Юнысбаева, Әҙеһәм Ишемғолов һәм Лилиә Атанбаевалар призлы урындар яуланы.
Шуныһы ҡыуаныслы: беҙгә синыфыбыҙҙың ата-әсәләр комитеты ла ныҡ ярҙам итә. Уларға рәхмәт әйтеп бөткөһөҙ, – тине синыф етәкселәре Фәйрүзә Хөрмәт ҡыҙы Азаматова.
Беҙ уҡытыусы менән һөйләшкән арала балалар эште тамамлап та ҡуйҙы. Вәт, ҡалай уңғандар, егәрлеләр! Һуңғы көндә өсөнсөләр баҡсала сәй табыны ойоштороп, ял итте. Эштәренән һәр кем ҡәнәғәт ине.
Оҙаҡламай мәктәптәрҙә уҡыуҙар башлана, өсөнсөләрҙе лә үҙҙәре тәрбиәләгән төрлө матур-матур сәскәләре әллә ҡайҙан балҡып ҡаршылар әле.
Зөһрә ХӘКИМОВА.
Баймаҡ районы,
Аҡморон мәктәбе.