«Эш биреүселәр үҫмерҙәргә вожатый, һатыу буйынса менеджер ярҙамсыһы, ярымфабрикаттарҙы үлсәп төрөүсе, курьер булырғағ, биләмәләрҙе төҙөкләндереү менән шөғөлләнергә, ырҙын табағында эшләргә тәҡдим итәсәк. Каникулдарҙың бер өлөшөн хеҙмәткә бағышларға теләгән балаларға мәшғүллек үҙәктәре белгестәре ышаныслы эш биреүсене табырға ярҙам итер. Уларға онлайн мөрәжәғәт итергә лә мөмкин («Работа России» порталы)», - тип белдерҙе Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Линара Иванова.
Былтыр йәйге каникулда Башҡортостанда 10 меңдән ашыу уҡыусы эшләгән.
Фото: ya.ru.