-6 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Хеҙмәт сиреге
17 Июль , 12:55

Эше лә, ялы ла бергә

 Ауырғазы районы Төрөмбәт мәктәбенең уҡыусылары өсөн дә хеҙмәт сиреге бара. Улар мәктәп яны баҡсаһына үҙҙәренең тәғәйен ҡуйылған график буйынса  эшкә килә. Әле Гөлфинур Рәүеф ҡыҙы Ильясова етәкселегендә төрлө синыфтан йыйылған уҡыусылар хаҡында һүҙебеҙ.

Эше лә, ялы ла бергә
Эше лә, ялы ла бергә

     Балалар тырышып баҡсала ҡый үләндәре сүпләй. Быйыл ямғырлы көндәр йыш булғас, улары үҫеп сығырға ғына тора шул. Таҙартып ҡына өлгөр инде. Шуға ҡарамаҫтан, берәү ҙә эштән ҡурҡып ҡалмай. Гөлфинур Рәүеф ҡыҙы  көн дә эш бөткәс, балаларға тәмлекәстәр менән сәй эсерә. 

  – Үҙемдең синыфтан да балалар йөрөнө.  Әле бер көн дә ҡалдырмай ваҡытында килеүсе III синыф  уҡыусылары Асҡар Заһитов, Урал Таһиров булһа, II синыфтан – Аделина Келәүлина. Улар бик тырышып кишер, сөгөлдөр, һуған түтәлдәрен утаны. Матур итеп кишер һирәкләргә өйрәнделәр. 
    Һуңғы  эш көнө тамамланғас, Өршәк йылғаһында балыҡ ҡармаҡлап ҡараныҡ. Ул көндө ниңәлер  эләкмәне лә ҡуйҙы. Быға балаларҙың  күңелдәре  төшмәне ул. Сөнки бергәләп тәбиғәткә сығыу барыһына ла ныҡ оҡшаны. Туғайҙа рәхәтләнеп сәй эсеп, уйнап ял итеп ҡайттыҡ. Һәр кем бик ҡәнәғәт булды. Урал Таһиров әйтмешләй: "Иң мөһиме, бергәләшеп күңелле ял итеү инде".
   Быйыл баҡсаны  сүп ныҡ баҫҡас, башҡа синыф уҡыусыларын да саҡырырға тура килгәйне. Әйтеү менән Йәмил Ибраҡов (IV  синыф), Данир Биккинин (VIII синыф), Мират Әмиров, Тимур Ильясов, Илмир Келәүлин (V синыф), Зарина Ибраҡова (IX синыф), Ренар Ибраҡов, Данил Йәрмөхәмәтов (VI синыф) һәм Камилла Йәрмөхәмәтова (VII синыф) килеп етте. Бик тырышып  ике көндә картуфты утап, ағас араларындағы сүптәрҙе таҙалап сыҡтылар, – ти Гөлфинур Рәүеф ҡыҙы.

    Афарин, төрөмбәттәр! Эшләгәндәрегеҙ мәктәп өсөн булһа, хеҙмәткә өйрәнеүегеҙ үҙегеҙ өсөн.

Эше лә, ялы ла бергә
Эше лә, ялы ла бергә
Эше лә, ялы ла бергә
Эше лә, ялы ла бергә
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: