-13 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Хеҙмәт сиреге
17 Июнь 2025, 11:42

Мул уңыш булһын!

Яңы Усман ауылы мәктәбенең яны гөрләп тора.

Мул уңыш булһын!
Мул уңыш булһын!

Балалар хеҙмәт лагерында үҙҙәре ултыртҡан түтәлдәренең ҡыйҙарын йыя. Ниндәй генә йәшелсә юҡ: ҡыяр, кәбеҫтә, сөгөлдөр, кишер, һуған. Хатта айырым баҡсала картуф та ултыртҡандар. Төрлө сәскәләр күҙҙең яуын ала.

Хеҙмәт уҡытыусыһы Зилә Айнулла ҡыҙы Мәжитова баҡсала етәкселек итә.

Әлеге ваҡытта тәрбиәсе Рузалиә Фәйзулла ҡыҙы Ҡаһарманова менән биология уҡытыусыһы Фәнил Айнулла улы Мәжитов уҡыусылар менән эшләй.

– Әле 35 уҡыусы йөрөй. Балалар эшкә уңған, һәр эште еренә еткереп үтәй. Хеҙмәт сиреге күңелле үтә, ял да итәбеҙ, халҡыбыҙҙың уйындарын да уйнайбыҙ, – ти улар.

Бына шундай шәп ул Яңы Усман егеттәре һәм ҡыҙҙары. Көҙгөһөн уңыштары ла мул булһын!

Мул уңыш булһын!
Мул уңыш булһын!
Мул уңыш булһын!
Мул уңыш булһын!
Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас