-13 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Хеҙмәт сиреге
7 Июль 2025, 13:51

Ҡырмыҫҡа кеүек эшләйҙәр ҙә

Йәйге каникул булһа, мәктәп алды шау-гөр килеп тора. Уҡыусылар ял һәм хеҙмәт лагерына йыйылған бит. Беҙ барғанда улар эштәрен тамамлап, күләгәлә ялға туҡталғайны.

Ҡырмыҫҡа кеүек эшләйҙәр ҙә
Ҡырмыҫҡа кеүек эшләйҙәр ҙә

– Беҙ элек-электән «Йәншишмә»не яратып уҡыйбыҙ. Һеҙҙең килерҙе белгәс, ныҡ һөйөндөк. Күптән осрашырға теләк бар ине, – тип ихлас ҡаршыланы беҙҙе мәктәп директоры Рәйлә Наил ҡыҙы Ғәйнуллина.

– Ауыл ерендә эше лә, ялы ла бергә инде. Уҡыусыларыбыҙ тырышлыҡ, уңғанлыҡ күрһәтә. Бар эште лә еренә еткереп башҡаралар. Баҡсаға үҫентеләргә һыу һибәләр, ҡый үләндәрен утайҙар. Яңыраҡ ауылыбыҙҙағы һәйкәлдең эргәһен таҙартып килдек, – тине Әлмира Рәүеф ҡыҙы Йосопова менән Сулпан Йәғәфәр ҡыҙы Солтанморатова.

Балалар менән дә һөйләшәбеҙ. Һүҙгә әүәҫ кенә булып сыҡтылар. Бигерәк тә башланғыс синыфтар әүҙемлек күрһәтте.

– Ауылда йәйгеһен эш күп. Мәктәптән ҡайтҡас, өйҙә лә баҡсала ярҙам итәбеҙ. Кискеһен көтөүҙе барып ҡаршы алабыҙ. Буш ваҡыттарҙа дуҫтарым менән йылғаға һыу инергә йөрөйбөҙ. Унда балыҡ та тотабыҙ, – ти II синыфты тамамлаған Арыҫлан Солтанморатов.

– Лагерҙа оҡшаймы? – тип тә ҡыҙыҡһынабыҙ.

– Эйе. Көнөбөҙҙөң үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала. – Төрлө уйындар ойошторола. Рәхәтләнеп футбол уйнайбыҙ.

 – Тәмле итеп ашаталар....

Балалар лагерҙан ҡәнәғәт ине. Һәр көндәрен күңелле һәм файҙалы үткәрәләр. Был мәктәптә уларҙың ялын матур ойошторғандар. Шуныһы мөһим.

Ҡырмыҫҡа кеүек эшләйҙәр ҙә
Ҡырмыҫҡа кеүек эшләйҙәр ҙә
Ҡырмыҫҡа кеүек эшләйҙәр ҙә
Ҡырмыҫҡа кеүек эшләйҙәр ҙә
Автор: Римма Баймурзина
Читайте нас