– Беҙҙең уҡыусылар төрлө конкурс, КВН, олимпиадала ҡатнашып, район, республика кимәлендә призлы урындар яулай. Йыл һайын хеҙмәт лагеры ойошторола, унда бөтә балалар ҙа әүҙем йөрөй. Төрлө походтар, экскурсиялар ойошторабыҙ. Әле бына июндә уҡытыусылар коллективы VII – X синыфтар менән бергә Нарыҫтауға поход ойошторҙоҡ. Шулай уҡ Шишмә районында Тура-Хан мавзолейы ла үҙенең бай экспонаттары, иҫ киткес матурлығы менән барыбыҙға ла бик оҡшаны,
– тип яңылыҡтары менән бүлеште мәктәп директоры Гөлфиә Ғәбделәхәт ҡыҙы Саҡаева.
«Йәншишмә» гәзитен бында алдыралар, яратып уҡыйҙар. Бигерәк тә «Тәнәфес», «Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы», уҡыусылар ижады оҡшай икән. Үҙҙәре лә яҙышып, ижад емештәрен ебәреп торорға вәғәҙә иттеләр. Ә беҙ балаларҙы гәзитебеҙҙең тарихы, бөгөнгө хәле менән таныштырҙыҡ.
– Быйыл ун беренсене лә, туғыҙынсыны ла һигеҙешәр уҡыусы тамамланы. Улар имтихандарҙы уңышлы ғына тапшырҙы. Теләгән уҡыу йорттарына инеп китһендәр инде. Ғөмүмән, бар яҡтан да шәп уҡыусыларыбыҙ ҙа, уҡытыусыларыбыҙ ҙа. II синыф уҡыусыһы Гөлдәр Сәлимова республика кимәлендә үткән «Бал ҡорттарына һөйөү менән» һүрәттәр конкурсында призёр булып конгресс-холда Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде. Юнеско тарафынан ойошторолған «Мин донъяны асам» фәнни-практик конференцияла II синыф уҡыусыһы Амелия Кинйәғолова, V синыфтан Айзилә Ғәләлетдинова һәм X синыфтан Камелия Ғәниева диплом менән бүләкләнде. Уҡытыусылар ҙа балаларҙың һәләттәрен асыу өсөн бик тырыша. Әйтәйек, Әлмира Мирсаҙыр ҡыҙы Шәһиева, Рәмилә Рәсих ҡыҙы Кинйәғолова, Зилә Йәүит ҡыҙы Ҡотдосова, Диләрә Рафат ҡыҙы Шәйҙуллина, Илвина Данис ҡыҙы Кайбышевалар бик әүҙем. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Дамира Миннислам ҡыҙы Шәрәфетдинованы айырым билдәләргә мөмкин. Республикала үткән бик күп конкурстарҙа ҡатнашып һәр йыл урындар яулай, уның уҡыусылары Эмиль Зәйнуллин, Элиза Зәйнуллина һәм Шәйҙуллин Азат иң-иңдәре, – тине тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары Әминә Наил ҡыҙы Борханова.
Китапханасы Гөлнара Тимерйән ҡыҙы Тоҡомбәтова уҡыусыларҙың китап уҡырға яратыуын билдәләне. Кескәйҙәр айырыуса бәләкәс форматтағы китапсыҡтар менән ҡыҙыҡһына, ҡулдан-ҡулға йөрөтөп, болашып уҡый икән. Китапханала гәзитебеҙҙең төрлө йылдарҙағы төпләнмәләре лә һаҡлана. Артабан да был мәктәп менән ошолай дуҫ булырға һүҙ ҡуйыштыҡ.