-5 °С
Ясно
VKOKМакс
Хеҙмәт сиреге
21 Июля 2025, 07:03

Ҡыҙыл буйында ял да иттеләр

Әбйәлил районының Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназияһының VII «Ш» шайморатовсылары йәйге хеҙмәт лагерында ла әүҙем эшләй. Ялдарын да файҙалы үткәрҙе шайморатовсылар. Бергәләшеп Ҡыҙыл буйына барып ял иттеләр. Яланда туп типтеләр, рәхәтләнеп һыу инделәр. Атай-әсәйҙәре самауыр сәйе менән һыйланы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡыҙыл буйында ял да иттеләрҠыҙыл буйында ял да иттеләр
Ҡыҙыл буйында ял да иттеләр

– Синыфым эшкә уңған. Мине ҡыуандырып ҡына торалар. Уҡыуҙа ла, хеҙмәттә лә алдынғылар, – ти етәкселәре Альбина Ринат ҡыҙы Мулләхмәтова.

 – Урманда бар ризыҡ та тәмле икән, – ти етенселәр.

Бына шулай үтә көндәре. Эше лә, ялы ла бергә уларҙың.

Ҡыҙыл буйында ял да иттеләр
Ҡыҙыл буйында ял да иттеләр
Ҡыҙыл буйында ял да иттеләр
Автор:Римма Баймурзина
Читайте нас