Медицина буйынса һөнәр һайларға теләгән ҡыҙ биология фәнен ярата һәм уның төрлө тармаҡтарын теләп өйрәнә. Бына икенсе йыл рәттән ул Өфө ҡалаһында әсәһенең бер туған һеңлеһе Әлиә Искәндәрованың сәскәләр магазинында флорист булараҡ эшләгән. «Һәр сәскә, гөл үҙенә айырым тәрбиә, иғтибар талап итә. Ҡайһыһының һыуын көнөнә бер нисә тапҡыр алмаштырып торорға кәрәк, һалҡынса һауаны ярата. Икенселәре эҫегә лә бик бирешеп бармай. Йәнә уларҙың төрлө төрҙәре, ботаника телендә үҙ исемдәре бар. Мәҫәлән, беҙҙең һәр беребеҙҙең баҡсала үҫкән лилиә сәскәләре бер нисә төргә бүленә. Магазиндағы үҫемлектәрҙе тәрбиәләү менән бергә, сәскәләрҙән төрлө композициялар эшләргә лә өйрәнәм. Ниндәй байрамға, сараға, хатта бүләк алыусының йәшенә, холҡона ҡарап та гөләммә йыйыла. Кешеләргә шатлыҡ өләшеү – үҙе ҙур бәхет. Шуға ла, каникул етеү менән апайым янына ашҡынып барам», – ти Сабина.
Бынан тыш, уны әсәһе менән икеһен, тирә-яҡта металдан алҡа, беләҙек, муйынсаҡ, сәйләндәрҙән стилләштерелгән түшелдеректәр эшләүсе оҫта итеп тә беләләр. Ғөмүмән, уларҙың ғаиләһендә ҡул эшенә оҫталыҡ быуындан-быуынға тапшырыла килә. Өләсәһе Нурзилә Миңниәхмәт ҡыҙы әсәһенә алты йәшендә энә менән бәйләргә өйрәтә. Мәғариф отличнигы, Көйөргәҙе районының Яҡуп мәктәбендә ғүмере буйы математика, физика фәндәренән йәш быуынды уҡытҡан кеше ҡыҙының һәләтен бала сағынан уҡ тойомлағандыр. Үҙе лә ҡул ҡаушырып ултырырға яратмай. Шәл, япма, тәпешкәләр бәйләй уҡытыусы. Балаҫ та һуға. Ейән-ейәнсәрҙәренә лә өлгөлө өләсәй Нурзилә Миңниәхмәт ҡыҙы. Сабина туғыҙ – ун йәштәр тирәһендә өләсәһенән күреп, үҙенә лә бәләкәс кенә балаҫ һуғыу ҡоролмаһы һатып алдырта. Әлеге ваҡытта ла өләсәһе менән бергә ҡушарлап ултырып балаҫ һуғыу серҙәренә төшөнә.
– Сабина менән бергәләшеп һабантуй, йәрминкәләргә сығабыҙ. Минең ярҙамсым, терәгем. Быйылғы модалы баш кейеме – докерҙар эшләне. Йәштәрҙең ҡыҙыҡһыныуҙарына ҡарап, үҙенсәлекле итеп биҙәүестәрҙе яһап ҡуя. Тауарының һатылған аҡсаһын үҙенә бирәм. Туғаны Сабир өсөн дә һәйбәт апай. Һүрәт төшөрөргә әүәҫ, спорт ярата. Театр түңәрәгенә йөрөнө. Үҙен төрлө яҡлап һынап ҡарай. Йәйге каникулдарында эшләүен дә хуплайбыҙ, аҡыллы, уңған ҡыҙыбыҙ менән ғорурланабыҙ, – ти әсәһе Альбина Юлай ҡыҙы.
Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА,
Өфө ҡалаһы.