-13 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Хеҙмәт сиреге
25 Октябрь 2025, 08:32

Студент төҙөлөш отрядтарында уҡыусылар ҙа эшләй

Кисә "Торатау" конгресс-холында республика студент отрядтарының өсөнсө хеҙмәт семестрын ябыу тантанаһы уҙҙы.

Студент төҙөлөш отрядтарында уҡыусылар ҙа эшләй
Студент төҙөлөш отрядтарында уҡыусылар ҙа эшләй

Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Әйткәндәй, ул үҙе лә студент йылдарында төҙөлөш отряды командиры булған.

- Студент төҙөлөш отрядтарын үҫтереүгә ентекләп тотоноуыбыҙ булды, ҡатнашыусылар һаны шунда уҡ 1,5 тапҡырға - 4 меңдән 6 меңгә тиклем артты. Уҡыусылар менән бергә республикала һәм унан ситтә ойошторолған хеҙмәт проекттарында 10 мең кеше эшләне. Был сик түгел, артабан да үҫергә кәрәк. Был эште яҡшы итеп ойоштороу мөһим, хәүефһеҙлек техникаһын үтәү, эште һәйбәт итеп башҡарыу, лайыҡлы эш хаҡы, йәшәү шарттары булдырырға кәрәк. Был йәһәттән йәштәр алдан әҙерлек курстары үтә, алған белемдәре уларға ғүмер буйы кәрәгәсәк, - тип яҙҙы Радий Фәрит улы социаль селтәрҙәрҙә.

Башҡортостан студент отрядтары етәксеһе Элина Саматова белдереүенсә, 2025 йылда төбәктә 52 хеҙмәт проекты тормошҡа ашырылған, уның һөҙөмтәһендә 4270 яңы эш урыны барлыҡҡа килгән. 850 студент Краснодар крайында, Ҡырымда, Татарстанда, Алтайҙа, Камчаткала ла эшләгән. Республиканан ситтә улар бергәләп 520 миллион һумдан ашыу эш хаҡы алған.

Әле 2026 йылға әҙерлек бара, юғары уҡыу йорттарында, урта махсус һөнәри белем биреү учреждениеларынды яңы отрядтар булдырыла. Хәҙер Үҫмерҙәр хеҙмәт отрядтары ла бар, уларға уҡыусыларҙы 14 йәштән алалар. Был мөмкинлектән файҙаланығыҙ, әүҙем булығыҙ, хеҙмәт сирегенә алдан әҙерләнегеҙ, дуҫтар.

https://vk.com/rso_bashro

Фото: com.

 

 

Студент төҙөлөш отрядтарында уҡыусылар ҙа эшләй
Студент төҙөлөш отрядтарында уҡыусылар ҙа эшләй
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас