Ҡоролтай депутаттары "Башҡортостан Республикаһында бала хоҡуҡтарының төп гарантиялары тураһында"ғы закондың 11-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы закон проектын хуплаған.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константик Толкачев: “Етемдәр, аҙ тәьмин ителгән ғаилә балалары, балиғ булмағандар эштәре буйынса иҫәптә тороусылар – хәүеф төркөмөндә. Уларҙың ҡайһылары законлы рәүештә эшкә урынлаша алмай, еңел аҡса эҙләп, енәйәтселәр тоҙағына эләгеүе ихтимал”, – тип белдерҙе.
Яңы ҡанун буйынса хәүеф төркөмөнә ҡараған үҫмерҙәргә тура килерлек эш төрҙәрен резервҡа ҡуйып, эш урындары һанын билдәләү күҙ уңында тотола.
Ошо темаға ярашлы тағы бер хәбәребеҙҙе уҡып сығығыҙ, дуҫтар.
Хеҙмәт килешеүе төҙөү мотлаҡ
Ҡәҙерле уҡыусылар, йәйге каникулда күптәрегеҙ ялды хеҙмәт менән аралаштырып үткәрәлер. Ниндәйҙер ойошмаға ваҡытлыса эшкә инергә уйлаһағыҙ, мотлаҡ хеҙмәт килешеүе төҙөргә кәрәклеген иҫегеҙҙә тотоғоҙ.
Телдән генә килешеп, намыҫһыҙ эш биреүсегә эләгеүегеҙ, эш хаҡы ала алмай йөрөүегеҙ бар. Был турала Башҡортостан Республикаһының Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы ла иҫкәртә.
Икенсенән, интернет аша эш эҙләгәндә алдаҡсылар, бысраҡ бизнес, йәғни тыйылған әйберҙәр һатыусылар ҡулына барып эләгеү хәүефе лә ҙур. Һаҡ булығыҙ!
16 йәштән хеҙмәт килешеүе төҙөргә мөмкин. 14 йәшкә тиклемге үҫмерҙәргә иһә ата-әсәһенең яҙма килешеүе кәрәк буласаҡ.
Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексы буйынса балиғ булмағандарҙы ауыр физик эшкә һәм төнгө клубтарға, спиртлы эсемлек, тәмәке һатылған урындарға урынлаштырыу тыйыла. Был уларҙың һаулығын һәм рухи яҡтан үҫешен ҡайғыртыу йәһәтенән эшләнә.
Үҫмерҙәргә үҙҙәре йәшәгән район-ҡалаларҙағы халыҡты эшкә урынлаштырыу хеҙмәттәренә мөрәжәғәт итергә йәки "Работа России" (https://t-j.ru/vsem-trud/) порталы аша онлайн-ғариза ҡалдырып, рәсми рәүештә эшкә урынлашырға тәҡдим ителә.
Фото: media.