+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хоккей
22 Декабрь 2017, 12:58

Аҫҡа тәгәрәйбеҙ

Бер аҙналыҡ тәнәфес юлаевсыларға файҙаға булманы, ахыры. Ял итер­ҙәр, көс йыйырҙар, тиһәк, киреһенсә килеп сыҡҡан кеүек. Әле үткәргән ике уйында ла хоккейсыларыбыҙ тиҙ генә арыған һымаҡ күренде. Бөтәһе лә физик әҙерлеккә бәйле шул, ә тренерҙарыбыҙ ни ҡараған? Аңлашылмай…

Бер аҙналыҡ тәнәфес юлаевсыларға файҙаға булманы, ахыры. Ял итер­ҙәр, көс йыйырҙар, тиһәк, киреһенсә килеп сыҡҡан кеүек. Әле үткәргән ике уйында ла хоккейсыларыбыҙ тиҙ генә арыған һымаҡ күренде. Бөтәһе лә физик әҙерлеккә бәйле шул, ә тренерҙарыбыҙ ни ҡараған? Аңлашылмай…


Ҡазанда «Аҡ Барс»тан да, Сочиҙа ла 1:2 иҫәбенә отолдоҡ. Ике уйын­ға 1-әр гол ғына. Көйәрмәндәрҙе шуныһы аптырата: ҡайҙа беҙҙең һөжүм итеүселәр? Команданан командаға күсеп йөрөүсе Антон Бурдасовты ниңә саҡырғандар? Етмәһә, ҙур эш хаҡы түләп. Ә ул өмөттө бөтөнләй аҡламай, тегеләй-былай йүгереүҙән башҡаны белмәгән ке­үек. Һуҡҡан шайбалары ҡапҡаға түгел, гел генә ҡапҡасыға эләгә.

Һаҡсыбыҙ Филип Ларсенға ла әллә ни булған, йыш хаталана. Ҡапҡасыбыҙ Бен Скривенс та һаман ышаныслы ғына уйнап китә алмай. Бер уйында һәйбәт торһа, икенсеһендә еңел генә голды үткәрә. «Сочи» менән осрашҡанда ла шулай булды.

«Салауат Юлаев» аҫҡа тәгәрәй, ул һигеҙенсе урынға төштө. Арттарынан «Себер», «Амур» ҡыуып етеп килә. Командабыҙҙың бындай ауыр хәлгә ҡалғаны юҡ ине. Тағы ла һигеҙ уйынды сит майҙанда үткәрәсәктәр. Шуларҙың иң яуап­лыһы «Себер» менән 23 декабрҙә була. Хәл иткес уйындарҙың береһе инде. Еңелһәк, плей-оффҡа эләгеү ҡатмарлашасаҡ.

Уртаса командаға әйләнеп бара бит юлаевсылар. Ниңә бер ниндәй сара күрелмәй? Клуб етәкселәре баш тренер Эркка Вестерлундҡа артыҡ ныҡ ышана, һаман да уны яҡлай. Ә уйын юҡ. Ниңә баш тренерыбыҙ­ҙың «А» планы килеп сыҡ­маһа, «Б», «В» пландары юҡ икән? Уйын тактикаһы бер төрлө кеүек, был айырыуса күпселектә ҡалғанда күренә. Мә­ҫәлән, былтырғы миҙгелдә һаҡсы Александр Логиновты шул саҡта оҫ­та файҙаландылар, ул байтаҡ гол индерҙе, еңеү килтерҙе. Ә быйыл баш тренерыбыҙ күпселектә уйнағанда боҙға Логиновты түгел, һөжүм итеүселәр Артём Фёдоровты йә Антон Бурдасовты сығарған була. Күреп тораһығыҙ, гол юҡ.

Яңы йыл етергә күп ҡалмай. Көйәрмәндәргә республиканың төп командаһы яҡшы кәйеф бүләк итһен ине.

М. КӨЙӘРМӘНОВ.

Читайте нас: