Тағы кемдәр килдеме? Һаҡсыларҙан – Сергей Терещенко («Металлург», Магнитогорск), Артём Сергеев (ЦСКА, Мәскәү), Илья Назаревич («Динамо», Санкт-Петербург), Марк Рубинчик («Саскатун», WHL), һөжүм итеүселәрҙән – Вячеслав Основин («Себер», Новосибирск), Александр Кадейкин («Локомотив», Ярославль), Дмитрий Кугрышев, Пётр Хохряков, Артур Лаута («Авангард», Омск), Никита Ли («Спартак», Мәскәү), Павел Шэн («Югра», Ханты-Мансийск), Николай Чебыкин («Динамо», Санкт-Петербург). Беҙҙең команданан ҡапҡасы Иван Налимов, һаҡсылар Александр Логинов, Максим Гончаров, Оскарс Бартулис, һөжүм итеүселәр Илья Зубов, Әнүәр Лисин, Игорь Макаров, Дмитрий Саюстов, Михаил Котляревский, Михаил Юньков, Евгений Коротковтар китте. Уның ҡарауы, төп уйынсыларыбыҙ Линус Умарк, Йоонас Кемппайнен, Тему Хартикайнен, Антон Бурдасов, Максим Майоров, Владимир Ткачёв, Григорий Панин, Захар Арзамасцев, Филип Ларсен, Станислав Гәрәевтәр ҡалды.
Шуныһы ҡыҙыҡ: Өфөгә Дмитрий Кугрышев килде, уның менән бергә – ҡатыны, гимнастика буйынса 13 тапҡыр донъя чемпионкаһы Яна Кудрявцева. Ә беҙҙең командала быға тиклем Игорь Макаров уйнағайны. Уның тормош иптәше лә Кудрявцева ине, тик исеме – Лера, НТВ телеканалының киң билдәле алып барыусыһы. Бына әкәмәт, бер Кудрявцева киткәйне, икенсеһе килде, шулай уҡ «Салауат Юлаев» көйәрмәненә әйләнде инде.
Командала иң ҙур үҙгәреш, әлбиттә, яңы баш тренер ҡуйылыуы. Клуб етәкселеге Николай Цулыгинға ышаныс белдерҙе, уға Виталий Ячменёв, Вадим Тарасов һәм Финляндиянан Томи Ламса, Швециянан Фредерик Микко ярҙам итәсәк.
«Салауат Юлаев» быйылғы хоккей миҙгелен асып, тәүге уйынды Мәскәүҙә «Динамо» менән үткәрҙе. 0:2 менән еңелеп баралар ине, өсөнсө осорҙа Йоонас Кемппайнен һәм Антон Бурдасов ике гол индереп, иҫәпте тигеҙләп тә ҡуйҙылар. Был көндө юлаевсыларҙы туҡтатырлыҡ түгел һымаҡ күренде. Тырышлыҡ бушҡа булманы, өҫтәмә ваҡытта беҙҙекеләр 3:2 иҫәбенә еңеүгә иреште. Хәл иткес гол – һаҡсы Артём Сергеев иҫәбендә. Хәҙер еңгән өсөн өс түгел, ике мәрәй бирелә. Әйткәндәй, был уйында ике йәш хоккейсыбыҙ – һаҡсы Александр Ляхов менән һөжүм итеүсе Павел Шэн тәүге тапҡыр «Салауат Юлаев» өсөн алышта ҡатнашты. Икеһе лә өмөтлө генә күренә, Рәсәй йәштәр йыйылма командаһында уйнайҙар бит.
«Северсталь» (Череповец) менән алышта ла юлаевсылар беренсе булып гол үткәрҙе. Һаҡсыбыҙ Григорий Паниндың тупаҫ хатаһы арҡаһында инде. Ярай әле беренсе осорҙа уҡ беҙҙекеләр бер-бер артлы өс гол индереп, иҫәпте 3:1 итте. Шатлығыбыҙ оҙаҡҡа булмаған икән. «Северсталь» һөжүмен әүҙемләштереп, иҫәпте тигеҙләп кенә ҡалманы, көтмәгәндә алға сыҡты – 4:3.
Был юлы еңелербеҙме? Улай булмай торһон әле, беҙҙең Антон Бурдасов бар бит! Әлеге лә баяғы ул иҫәпте тигеҙләне. Өсөнсө осор тамамланырға 23 секунд ҡына ҡалғайны…
Ә өҫтәмә ваҡытта йәнә юлаевсылар оҫтараҡ булып сыҡты. Ура, 5:4 иҫәбенә еңдек! Беҙҙең хоккейсыларҙан ҡалған голдарҙы – Александр Кадейкин, Максим Майоров, Дмитрий Кугрышев, ә хәл иткесен Йоонас Кемппайнен индерҙе.
Кисә «Салауат Юлаев» Ярославлдә «Локомотив» менән осрашһа, 8 сентябрҙә Санкт-Петербургта көслөләрҙән-көслө СКА менән һынау көтә.
Өфөлә тәүге уйын 12 сентябрҙә «Торпедо» (Түбәнге Новгород) менән була. Унан инде 14-ендә «Аҡ Барс» (Ҡазан) һәм 16-һында «Нефтехимик» (Түбәнге Кама) килә. Барып ҡарарға тырышығыҙ, бер ҙә үкенмәҫһегеҙ.
Йәнә бер яңылыҡ бар. «Ҡурай» телеканалы ла юлаевсыларҙың уйынын күрһәтә башланы. Комментаторҙары – Рәмил Урманшин менән Фәрүәз Рафиҡов ағайҙарығыҙ, хоккейҙы башҡортса ҡарауы ҡыҙыҡ та ул! Күптән кәрәк ине!