+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хоккей
14 Сентябрь 2018, 14:01

Әлдә Бурдасов бар!

«Локомотив» менән уйнап, юлаевсылар ике мәрәй генә түгел, өс хоккейсыһын да бер аҙ ваҡытҡа юғалтты. Төп ҡапҡасыбыҙ Юха Метсола, һаҡсыларыбыҙ Григорий Панин һәм Захар Арзамасцев йәрәхәт алып ҡуйҙы. Ярославлдә беҙҙекеләр 2:0 менән еңеп бара ине, голдарҙы Йоонас Кемппайнен менән Максим Майоров индерҙе. Уйын аҙағынаса хәлдәре етмәне, күрәһең. Метсола урынына сыҡҡан Андрей Кареев та ҡапҡаһын ышаныслы һаҡларға әҙер түгел ине. Ике еңел генә гол үткәрҙе. Шулай итеп, 2:4 иҫәбенә отолдоҡ.

Ә бына Санкт-Петербургта СКА менән алыш көтөлмәгәнсә шәп килеп сыҡты. Бер нисә көслө хоккейсыһы уйнамаһа ла, «Салауат Юлаев» һоҡланғыс еңеү яуланы: 4:1! Юғиһә, Мәскәүҙең ҡайһы бер хоккей белгестәре беҙҙең командаға ҙур иҫәп менән отолоуҙы фаразлағайны. Ә юлаевсылар СКА-ның үҙен ҡыйратып ҡайтып китте. Андрей Кареев был юлы ҡапҡаһын оҫта һаҡланы. Афарин! Антон Бурдасов мәргәнлек күрһәтте: ике гол индер­ҙе.

Өфөлә тәүге уйынды юлаевсылар «Торпедо» (Түбәнге Новгород) менән үткәрҙе. Көслө команда килгәйне, ныҡ ҡаршылыҡ күрһәттеләр. Шулай ҙа икенсе осорҙа Вячеслав Солодухин – ике, ә Дмитрий Кугрышев бер гол индереп, беҙҙең хоккейсылар алға сыҡты – 3:0. «Торпедо» ла бирешергә теләмәне, артабан «Салауат Юлаев» күберәк һаҡланырға мәжбүр булды. Ҡунаҡтар тырыша торғас, яуап итеп өс гол индерә алды. Ярай әле беҙҙең Антон Бурдасов бар! Уның голы еңеү килтерҙе – 4:3!

Командабыҙға яңы уйынсы килде. Тәжрибәле һаҡсы Алексей Семёнов менән бер йылға килешеү төҙөлдө. Бәһлеүән кәүҙәле хоккейсы, хәҙер инде Линус Умаркка тейеп ҡараһындар, яҡлаусы бар!

Бөгөн «Салауат Юлаев» Өфөлә «Аҡ Барс» (Ҡазан) менән алышасаҡ. 16 сентябрҙә – «Нефтехимик» (Түбәнге Кама), 18-ендә – «Себер» (Новосибирск), ә 22-һендә «Барыс» (Астана) менән уйындар көтә. Юлаевсыларға уңыштар теләйек!

М. КӨЙӘРМӘНОВ.

Читайте нас: