Юлаевсыларға өсөнсө тапҡыр өҫтәмә ваҡытта уйнарға тура килде. Тик был юлы отолдолар шул – 4:5. Был уйында Линус Умарк тәүге голын индерҙе. Антон Бурдасов та мәргәнлеген күрһәтте.
Еңеп барған ерҙән мәрәй юғалттылар. Ныҡ ҡыйын булды хоккейсыларыбыҙға, көйәрмәндәргә...
«Нефтехимик» (Түбәнге Кама) менән осрашҡанда был ныҡ һиҙелде. Уйын бөтөнләй барманы. Хоккейсыларыбыҙ боҙҙа арыған, йоҡолары туймаған кеүек күренде. Шайба артынан өлгөрмәнеләр, тупаҫ хаталандылар. Шуға ла еңелделәр инде – 1:3. Беҙҙең берҙән-бер гол – Дмитрий Кугрышев иҫәбендә.
«Себер» (Новосибирск) менән уйын нисек булыр? Иң артта килгән команда юлаевсыларға ҡаршылыҡ күрһәтә алырмы? Шундай һорауҙар борсоно көйәрмәндәрҙе. Ысынлап та, «Себер» ауыр хәлгә тарыны: бер-бер артлы ете тапҡыр еңелеү кисерҙеләр. Уйындары бармағас, баш тренерҙарын отставкаға ебәрҙеләр. Хәҙер яңыһын ҡуйҙылар. Әммә барыбер хәлдәре бер ҙә яҡшырырға оҡшамаған. Беҙҙең хоккейсылар уларҙы еңел генә 3:1 иҫәбенә отоп ҡайтарҙы. Голдарҙы Йоонас Кемппайнен, әлеге лә баяғы Антон Бурдасов һәм Линус Умарк индерҙе.
«Салауат Юлаев» үҙ дивизионында һигеҙ уйындан һуң 11 мәрәй менән икенсе урында килә. «Авангард»тан ғына ҡалышабыҙ.
Һаман да йәрәхәтләнгән хоккейсыларыбыҙ күп. Григорий Панин менән Захар Арзамасцевҡа Александр Кадейкин өҫтәлде. Төп уйынсыларыбыҙ бит улар. Ә бына Юха Метсола һауыҡты, «Себер» менән осрашҡанда ҡапҡаны ул һаҡланы. Ышаныслы торҙо.
22 сентябрҙә «Барыс» (Астана) килә. «Өфө-Арена» туп-тулы булһын ине. Юғиһә, һуңғы уйындарҙа көйәрмәндәребеҙ ныҡ кәмегән икән.