+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хоккей
5 Октябрь 2018, 12:21

Көтөлмәгән еңелеүҙәр

«Салауат Юлаев»ҡа Подольскиҙа әллә ни булды. Бер ҙә уйындары барманы, гол индерә алмай яфаландылар. Хатта Линус Умарк та, Антон Бурдасов та мәргәнлек күрһәтмәне. «Витязь» хоккейсылары әллә күп­ме тапҡыр штраф ваҡыты ал­ды, аҙсылыҡта ҡалды. Шунан да файҙаланманы юлаев­сы­лар.

2:3 иҫәбенә еңелеп ҡайттылар. Көсһөҙ командаға отолоп тор инде, көйәрмәндәрҙең ныҡ йәне көйҙө. Беҙҙекеләрҙән голдар – Вячеслав Солодухин менән Пётр Хохряков иҫәбендә.
Өфөлә ЦСКА менән дә шул уҡ хәл ҡабатланды. Беренсе һәм икенсе осорҙа уйын ҡунаҡтар өҫтөнлөгө менән үтте, ә юлаевсылар күберәк һаҡланды. Шул арҡала ике еңел генә гол сәпәнеләр беҙҙең ҡапҡаға. Береһендә – Григорий Паниндың, икенсеһен­дә Вячеслав Основиндың ғәйебе бар.
Өсөнсө осорҙа ғына хоккейсыларыбыҙ йоҡоһонан уянған һымаҡ күренде. Һөжүм артынан һөжүм ойошторҙолар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер гол ғына индерә алдылар (Антон Бурдасов), ҡалғанына ваҡыт етмәне. Һуңғы секундҡа тиклем иҫәпте тигеҙләргә тырыштылар ҙа ул, хатта Филип Лар­сен гол да индерҙе. Конькиһы менән... Улай ярамай. Судьялар күрҙе шул.
Был юлы ла отолдоҡ. Ә ЦСКА менән уйнарға, уға ҡаршы торорға була ине. Әлбиттә, еңергә лә.
5 октябрҙә «Салауат Юлаев» Өфө боҙонда «Слован» (Братислава) менән осраша, ә 9-ында «Авангард» (Омск) һәм 11-ендә «Трактор» (Силәбе) килә. Ҡыҙыҡ уйындар көтә беҙҙе. Әйҙәгеҙ, барып ҡарайыҡ!

М. КӨЙӘРМӘНОВ.

Читайте нас: