+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хоккей
12 Октябрь 2018, 15:37

Метсола рекорд ҡуя

Күҙ генә теймәһен инде, һоҡландыра бит Юха Метсола! Ҡапҡаһын ныҡ бикле итеп тота белә.

Күҙ генә теймәһен инде, һоҡландыра бит Юха Метсола! Ҡапҡаһын ныҡ бикле итеп тота белә. Ана, Өфөлә «Авангард» менән уйнағанда юлаевсыларҙы нисек ҡотҡарҙы ул! Ҡап­ҡаһына 64 тапҡыр һуҡтылар, шуның 62-һен кире ҡаҡты. Был КХЛ-дағы рекорд икән дә! Әйткәндәй, элеккеһе шулай уҡ беҙҙең икенсе ҡапҡасыбыҙ Андрей Кареевта булған, ул «Нефтехимик» өсөн уйнаған ваҡытта 61 тап­ҡыр һуҡҡан шайбаны кире ҡаҡҡан. Тағы шуныһы ҡыҙыҡ: Кареевҡа 2016/2017 йылғы миҙгелдә рекордсмен булырға «Салауат Юлаев» хоккейсылары «ярҙам иткән».
«Авангард» менән уйын 3:2 иҫәбенә тамамланды, беҙҙекеләр еңде – 3:2. Голдарҙы Дмитрий Кугрышев (2) һәм Вячеслав Солодухин индерҙе. Ысынлап та, Омск хоккейсылары көслө икән. Һөжүм артынан һөжүм ойошторҙолар. Юлаевсылар оҫта һаҡланды, бигерәк тә әлеге лә баяғы Юха Метсолаға рәхмәт әйтке килә. Ул булмаһа, белмәйем… Күптән кәрәк ине шундай ҡапҡасы!
«Салауат Юлаев» бынан алда «Слован»ды ла (Братислава) еңеп ҡайтар­ғайны – 4:1. Ҡунаҡтар әллә ни ҡаршылыҡ күрһәтә алманы, көс беҙҙең яҡта ине шул. Был уйында голдар – Йоонас Кемппайнен (2), Григорий Панин һәм Дмитрий Кугрышев иҫәбендә.
Кисә юлаевсылар Өфөлә «Трактор» (Силәбе) менән көс һынашты. 14 октябрҙә – Екатеринбургта «Автомобилист», 16-һында – Магнитогорскиҙа «Металлург», ә 18-ендә Ҡазанда «Аҡ Барс» менән алыш буласаҡ. Вәт, ҡыҙыҡлы уйындар көтә. Уңышлы сәфәр теләп ҡалабыҙ.

М. КӨЙӘРМӘНОВ.

Читайте нас: