-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Хоккей
9 Ноябрь 2018, 15:33

Батырға ла ял кәрәк

Ниһайәт, оҙайлы ял ет­те! «Салауат Юлаев» ныҡ арыны, буғай. Рәттән өс еңелеү кисерҙе беҙҙең ярат­ҡан командабыҙ. Киләһе уйын Өфөлә «Ад­мирал» (Владивосток) менән тик 16 ноябрҙә генә була. Әй­ҙә хәл йыйһындар, ә йәрәхәт алғандар төҙәлһен, дауаланһын. Юғиһә, мәрәйҙәр юғалта башланыҡ бит.

Ниһайәт, оҙайлы ял ет­те! «Салауат Юлаев» ныҡ арыны, буғай. Рәттән өс еңелеү кисерҙе беҙҙең ярат­ҡан командабыҙ. Киләһе уйын Өфөлә «Ад­мирал» (Владивосток) менән тик 16 ноябрҙә генә була. Әй­ҙә хәл йыйһындар, ә йәрәхәт алғандар төҙәлһен, дауаланһын. Юғиһә, мәрәйҙәр юғалта башланыҡ бит.
«Динамо»нан отолғас, юлаевсылар йәнә үҙ бо­ҙонда «Спартак» (Мәскәү) менән дә уңышһыҙлыҡҡа осраны – 3:4. Беҙҙең ҡап­ҡаға ике голды элекке хоккейсыларыбыҙ Никита Филатов менән Андрей Кутейкин индерҙе. Ә бит еңеп бара инек. Хәлдәре бөтә лә ҡуя һымаҡ, уйын аҙағында командабыҙ күберәк һаҡланыуға күсә, һөжүмде бөтөнләй онота. «Спартак» менән дә, Түбәнге Новгородта «Торпедо» менән дә шулай булды. Был ике осраҡта ла мәрәй юғалттыҡ инде. «Торпедо»нан 1:3 иҫәбенә еңелеп ҡуйҙыҡ. Юлаевсыларҙан берҙән-бер гол – Владимир Жарков иҫәбендә.
Оҙайлы ялға тиклем юлаевсылар Түбәнге Камала «Нефтехимик» менән тағы бер уйын үткәреп өлгөрҙө. Уныһында беҙҙекеләр еңде – 3:2. Голдарҙы Антон Бурдасов, Павел Коледов һәм Йоонас Кемп­пайнен индерҙе. Бер аҙ кәйефте күтәрҙеләр. Әммә барыбер уйын аҙа­ғында шул уҡ күңелһеҙ хәл ҡабатланды. Ярай әле был юлы оҫта һаҡландылар.
Былай барһа, ни эшләрбеҙ? Көйәрмәндәр аптырашта ҡалды. Йәш баш тренерыбыҙ Николай Цулыгинға ла ҡыйын инде. Ул командала үҙгәрештәр яһай башланы. «Торос»тан (Нефтекама) яңы хоккейсылар саҡырылды. Төп көстәребеҙ – Умарк, Кемп­пайнен, Хартикайнен да бергә түгел, ә айырым уйнай хәҙер. Артабан нисек булыр? Уныһы әлегә билдәһеҙ, барыһын да ваҡыт күрһәтер.
Ысынлап та, командабыҙҙа үҙгәрештәр кәрәк, шунһыҙ булмай. Беҙҙең лидерҙарыбыҙҙың нисек уйнағанын күп дәғүәселәре өйрәнеп бөттө. Уларға ҡаршы тороу әмәлен дә таптылар. Шуға ла Умаркка, Бурдасовҡа, Хартикайненға, Ларсенға, Кугрышевҡа гол индереү ҡыйынлашты. Тимәк, баш­ҡаларҙан ярҙам кәрәк. Тренерҙарыбыҙ уйланыр­ға, ҡатмарлы хәлдән сы­ғыу юлын табырға тейеш. Әле һуң түгел.
Ауырлыҡтар артта ҡал­һын, «Салауат Юлаев»ҡа уңыштар теләйек.

М. КӨЙӘРМӘНОВ.

Читайте нас: