+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хоккей
23 Ноябрь 2018, 15:18

Юлаевсыларға әллә ни була ла ҡуя

Оҙайлы ялдан һуң «Салауат Юлаев» өс уйын үткәреп өлгөр­ҙө. Үҙ боҙобоҙҙа «Адмирал» (Владивосток) менән алыштыҡ.

Оҙайлы ялдан һуң «Салауат Юлаев» өс уйын үткәреп өлгөр­ҙө. Үҙ боҙобоҙҙа «Адмирал» (Владивосток) менән алыштыҡ. Көсһөҙ генә команда булһалар ҙа, ҡунаҡтар ныҡ ҡаршылыҡ күрһәтте. Беҙҙекеләрҙе инде, һәр ваҡыттағыса, ҡапҡасыбыҙ Юха Метсола ҡотҡарҙы. Юлаев­сыларҙан был уйында Максим Майоров менән Егор Дубровский һоҡландырҙы. Әйткән­дәй, уларҙың икеһе лә – үҙебеҙ­ҙең клуб тәрбиәләнеүселәре. Ма­йоров – ике, ә Дубровский бер гол индереп, 3:1 иҫәбенә еңдек.Артабан командабыҙ Астанала «Барыс» менән һынау тотто. Әйтергә кәрәк, яҡташтарыбыҙ был осрашыуҙа ла һынатманы. Тәүге осорҙа ғына ҡыйынлыҡ кисерҙеләр, хужалар һөжүм артынан һөжүм ойошторҙо. Оҫта һаҡландыҡ. Шулай ҙа маҡтау һүҙҙәрен барыбер күберәк Юха Метсолаға белдерге килә. Ул булмаһа…
«Барыс»ты 3:0 иҫәбенә ҡыйраттыҡ. Голдар – Теему Хартикайнен, Павел Коледов, Артём Сергеев иҫәбендә.
Былай булғас, Новосибирскиҙа «Себер»ҙе лә еңеп ҡайтабыҙ, тип уйлағайны күп көйәрмәндәр. Юҡ икән, өмөт аҡланманы. Юлаевсылар боҙға бөтөнләй әҙерлекһеҙ сыҡҡан һымаҡ күренде. Линус Умарк, Антон Бурдасов кеүек оҫта һөжүм итеүселәребеҙҙең дә уйындары барманы. Тупаҫ хаталаныуҙар булманы, әммә күп хоккейсыларыбыҙға тырышлыҡ, физик әҙерлек етмәне.
Уйын аҙағына хәлдәре бөттө лә ҡуйҙы. Шуға ла йүнле һөжүм дә ойоштора алманылар.
0:1… Еңелеп ҡайтып китте юлаевсылар. Йәл, рәттән өс уйында мәрәйҙәр йыйғайныҡ. Турнир таблицаһында бер аҙ юғарыға күтәрелгәйнек. Иң артта һөйрәлгән команданан отол­до ла ҡуйҙылар.
«Салауат Юлаев» сираттағы уйындарын Өфөлә 25 ноябрҙә – «Динамо» (Минск), 27-һендә «Автомобилист» (Екатеринбург) менән үткәрә. Ҡыҙыҡлы алыштар көтә көйәрмәндәрҙе. Бигерәк тә беренсе урында килгән «Автомобилист» менән. Был командала беҙҙең элекке хоккейсыларыбыҙ байтаҡ ҡына. Мәҫәлән, Сохатский, Василевский, Бодров, Хрипунов, Гәрәевтәр…

М. КӨЙӘРМӘНОВ.

Читайте нас: