+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хоккей
7 Декабрь 2018, 14:48

Командабыҙ аптырата

0:4, 1:2, 0:1… «Салауат Юлаев» тағы ла өс тапҡыр отолдо. Хатта көсһөҙ генә һаналған «Адмирал» (Владивосток) да беҙҙе еңеп ҡайтып китте.

0:4, 1:2, 0:1… «Салауат Юлаев» тағы ла өс тапҡыр отолдо. Хатта көсһөҙ генә һаналған «Адмирал» (Владивосток) да беҙҙе еңеп ҡайтып китте. Һөжүм итеүселәребеҙ аптырата, өс уйында ни бары бер гол индер­ҙеләр. Өфөлә «Металлург»ҡа (Магнитогорск) ҡаршы тора алмағас (0:4), йәнә сит майҙанда «Авангард» менән уйнап та мәрәйһеҙ ҡалдыҡ. Әйткәндәй, Омск хоккейсылары менән алышта беҙҙең Линус Умарк һәм Антон Бурдасов ҡатнашманы. Төрлө сәбәп арҡаһында инде. Береһе ғаилә хәле буйынса, ә икенсеһе ҙур штраф ваҡыты алып, ике уйында ҡатнашырға яраманы. Команда капитаны Бурдасовҡа уйланырға урын бар, боҙҙа үҙеңде тота белергә кәрәк. Хәҙер ул штраф ваҡыты алыу буйынса «лидер»ға әйләнеп китте.Нисек кенә булмаһын, юлаевсыларға ауыр хәлдән сығырға кәрәк. Командала оҫта ғына хоккейсылар йыйылған. Әле бына беҙгә «Аҡ Барс»тан һөжүм итеүсе Александр Бурмистров күсте, уны үҙебеҙҙең Вячеслав Основин һәм ике йәш уйынсыбыҙ Савелий Кувардин менән Александр Ляховтарға алмаштырҙыҡ. Был алыш-биреш кем файҙаһына булыр? Уныһын ваҡыт күрһәтер.
Братиславала «Слован» менән осрашыуҙа һынатманы командабыҙ. Уйын юлаевсылар өҫтөнлөгө менән үтте. Линус Умаркһыҙ булмай икән. Был юлы уның боҙға сығыуы, ҡатнашыуы ныҡ һиҙҙерҙе. «Слован»ды беҙҙекеләр 5:2 иҫәбенә ҡыйратты. Голдарҙы Теему Хартикайнен, Егор Дубровский, Пётр Хохряков һәм Дмитрий Кугрышев (2) индерҙе. Яңы килгән Александр Бурмистров нисекме? Көслө генә хоккейсы күренә. Матур ғына уйнап китһен инде, шуға өмөт итә тренерҙарыбыҙ. Көйәрмәндәр ҙә.
Бөгөн «Салауат Юлаев» – Ригала «Динамо», ә 9 деккабрҙә – Мәскәүҙә ЦСКА һәм 11-ендә Хельсинкиҙа «Йокерит» менән алышасаҡ. Еңеп ҡайтығыҙ, яҡташтар!

М. КӨЙӘРМӘНОВ.

Читайте нас: