+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хоккей
14 Декабрь 2018, 12:25

Ауыр һынауҙар көтә

«Салауат Юлаев» йәнә өс уйынын үткәрҙе. Әйтергә кәрәк: етди һынау тотто улар. Юғиһә, үҙ бо­ҙобоҙҙа ла күп мәрәй юғалта башлағайныҡ бит.

Тәүҙә алыш Ригала «Динамо» менән булды. Был уйында юлаевсылар әллә ни ҡыйынлыҡ кисермәне, беҙҙең хоккейсылар өҫтөнлөгө менән үтте ул. 4:2 иҫәбенә еңдек, голдарҙы Влади­слав Лукин, Пётр Хохряков һәм Йоонас Кемппай­нен (2) индерҙе.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һаман да лидерҙарға ҡаршы тора алмайбыҙ. Был хәл Мәскәүҙә ЦСКА менән дә ҡабатланды. Һөжүм итеүселәребеҙгә әллә ни булды, гол индерә алмайынса яфаланалар. Шул арҡала отол­доҡ та – 0:3.

«Йокерит»тан да (Хельсинки) еңелеп ҡайтырҙар инде, тип уйлағайны күп көйәрмәндәр. Юҡ икән дә, юлаевсылар бер ҙә бирешергә теләмәне. Айырыуса һөжүм итеүсебеҙ Теему Хартикайнен һоҡландырҙы, ике гол индерҙе. Ҡапҡасыбыҙ Юха Метсола ла оҫталығын күрһәтте, күп тап­ҡыр ҡотҡарҙы. Уйын беҙҙекеләр файҙаһына тамамланды – 3:2. Тағы ла бер гол – Максим Майоров иҫәбендә.

Юлаевсылар Өфөгә ҡайтмай әле. Сит май­ҙанда ике уйын үткәрәһе бар. 18 декабрҙә – «Со­чи», 20-һендә «Спартак» менән. Һынатмаһын инде командабыҙ, уңыштар теләйек.

М. КӨЙӘРМӘНОВ.

Читайте нас: