+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хоккей
19 Апрель 2019, 17:15

Цулыгин ҡалырмы?

«Салауат Юлаев» хоккей клубының баш тренеры кем булыр?

Николай Цулыгин 2018/19 миҙгеле башында етәксе итеп ҡуйылғайны. Былай арыу ғына эшләне. Юлаевсылар Гагарин кубогының да ярымфиналына китеп етте, тик 2:4 иҫәбе менән «Авангард» командаһынан еңелеп ҡуйҙылар. Шулай ҙа бронза миҙал яуланылар.
Бер һүҙ менән әйткәндә, Цулыгинға тренер булараҡ клуб етәкселеге лә, күпселек фанаттар ҙа ыңғай ҡарашта. ТАСС хәбәр итеүенсә, ул «Салауат Юлаев» клубының тренеры булып ҡаласаҡ.
Читайте нас: