+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хоккей
6 Сентябрь 2019, 13:42

Алға, юлаевсылар!

Ҡытайҙа хоккей ҡайғыһымы? Был ил 70 йыллыҡ юбилейҙары айҡанлы байрам тантаналары үткәреү менән мәшғүл. Шул арҡала сит ил самолёттарын 9 октябргә тиклем индермәйҙәр, имеш.

Юлаевсылар саҡ-саҡ рөхсәт алып, Шэньчжэнь ҡалаһына юлда арып, бик һуңлатып ҡына барып етте. Уйын үткәреүгә боҙ аренаһы ла әҙер түгел ине.

Шулай ҙа беҙҙең хоккейсылар һынатманы. Ике уйында дүрт мөмкинлектән өс мәрәй яуланылар. Тәүгеһендә 3:4 иҫәбенә буллит буйынса отолһалар, ә икенсеһендә еңделәр – 2:0. Был ике алышта Никита Сошников оҫталығын күрһәтте. Бер гол индерҙе, ике мәртәбә башҡаларға ярҙам итте.

Ҡытайҙа ике йәш хоккейсыбыҙ – 17 йәшлек һаҡсы Шакир Мөхәмәҙуллин менән Родион Әмиров тәүге рәсми уйындарын үткәрҙе.

Юлаевсылар 7 сентябрҙә Новосибирскиҙа «Себер» менән осрашасаҡ. Шунан һуң көйәрмәндәрҙе Өфөлә «Автомобилист» (Екатеринбург) һәм 14-ендә «Амур» (Хабаровск) менән алыш көтә.
Читайте нас: