«Автомобилист» (Екатеринбург) менән осрашыуҙы көйәрмәндәр көтөп алғайны. Һаман да еңелеү белмәй бит был команда. Ҡапҡасылары Якуб Коварж шәп тора. Уға гол индереүе ҡыйын. Найджел Доус, Дэн Секстон кеүек оҫта һөжүм итеүселәре лә бар. Ярай әле был уйында Павел Дацюк ҡатнашманы, ул йәрәхәтләнгән икән.
Юлаевсылар күпме генә тырышмаһын, Коварж ҡапҡаһына бер гол да индерә алманы. Был көндө хатта Линус Умарк та, Никита Сошников та юғалып ҡалды. Ни эшләйһең, ҡунаҡтар еңеп ҡайтып китте инде – 0:2. Үҙ боҙобоҙҙағы тәүге уйын шулай башланды.
Икенсе осрашыу «Амур» (Хабаровск) менән ине. Быға тиклем гел отолоп килгән команда менән алыш еңел генә булыр һымаҡ тойолғайны. Юҡ икән, «Амур» ныҡ ҡаршылашты. Уйын аҙағында ғына юлаевсылар 3:2 иҫәбенә еңеүгә иреште. Беҙҙекеләрҙән голды Тему Хартикайнен, Илья Баранов һәм Никита Сошников индерҙе.
Өсөнсө һынау әлеге лә баяғы «Куньлунь Ред Стар» менән булды. Белеүегеҙсә, яңыраҡ Ҡытайҙа улар менән ике тапҡыр осрашып өлгөргәйнек, өс мәрәй яулағайныҡ. Быныһы нисек булыр?
Был командала күберәген Америка, Канада хоккейсылары тупланған, көс ҡулланып, агрессив уйын күрһәтергә тырышалар. Шуға ла күп штраф ваҡыты алалар. Өфө боҙонда ла улар үҙҙәрен шулай тотто. Файҙаһы теймәне. Юлаевсылар ҡаушап ҡалманы, еңелеп барған ерҙән, үҙҙәрендә көс табып, барыбер уйынды үҙ файҙаһына тамамланы. 3:2, хәл иткес голды һаҡсыбыҙ Филип Ларсен индерҙе! Ҡалғандары – Тему Хартикайнен менән Никита Сошников иҫәбендә.
Шуныһын да әйтергә кәрәк: беҙҙең ҡапҡасыбыҙ Андрей Кареев уйынға әҙер түгел ине. Ике еңел генә голды үткәреп торасы? Тренерҙарыбыҙ Юха Метсоланы ял иттерергә уйлағайны, килеп сыҡманы. Аптырата Кареев, гел генә запаста ултырғыһы киләме икән? Уның тупаҫ хаталары арҡаһында саҡ еңелмәнек. Өсөнсө осорҙа Николай Цулыгин ҡапҡа һаҡларға Метсоланы сығарырға мәжбүр булды.
Ә бына Никита Сошников һоҡландыра. Биш гол индереп, командала иң мәргәне! Хәҙер ул беҙҙең көйәрмәндәрҙең иң яратҡан уйынсыларының береһенә әйләнеп китте. Артабан да һынатмаһын инде, уңыштар теләйек.
«Салауат Юлаев» кисә «Авангард» (Омск) менән уйнаны. Ә 21 сентябрҙә Өфөлә «Нефтехимик» (Түбәнге Кама) менән алыш буласаҡ.