Ә бына Өфөлә «Динамо» (Минск) менән уйында командабыҙ ныҡ ҡыуандырҙы. Вәт, исмаһам, Ҙур хоккей! Ҡунаҡтарҙы ҡыйратып ҡайтарып ебәрҙеләр – 9:1. Әйткәндәй, хәҙер Линус Умарк һәм Теему Хартикайнен менән бергә Александр Бурмистров уйнай башланы. Өсәүһенә ике гол индерҙеләр. Шулай ҙа был көндө Никита Сошников менән Александр Кадейкин һоҡландырҙы. Улар иҫәбендә – икешәр гол.
Хоккейҙа ла каникул бар. «Салауат Юлаев» та 12 ноябргә тиклем ял итә, көс йыя. Кемдәр Рәсәй йыйылма командаһына саҡырылған, улар өсөн уйындар дауам итә. Беҙҙең Никита Сошников, Александр Кадейкин һәм Артём Сергеев Финляндияла уҙған турнирҙа ҡатнаша. Ә йәш хоккейсыбыҙ Родион Әмиров Канадала илебеҙ данын яҡлай. Ул Рәсәй йәштәр йыйылма командаһы өсөн уйнай. Уңыштар теләйек яҡташтарыбыҙға!
Был оҙайлы ғына ялдан һуң юлаевсыларҙы сит майҙанда береһенән-береһе ҡатмарлы алыштар көтә. Алдан әйткәнебеҙсә, 12 ноябрҙә «Динамо» (Рига) менән осрашһалар, 14-ендә – ЦСКА (Мәскәү), 16-һында – «Локомотив» (Ярославль) һәм 18-ендә «Авангард» (Омск) менән ҙур һынауҙар буласаҡ.