Был команда еңелеү артынан еңелеү кисерә башланы. Юлаевсылар менән дә, беҙҙең бәхеткә, уларҙы алыштырып ҡуйған кеүек күренделәр. Тупаҫ хаталары күп булды. Көслө һөжүм итеүселәре менән маҡталған ЦСКА ике голдан артыҡ индерә алманы. Был уйында хатта Кирилл Капризов та юғалып ҡалды.
5:3 иҫәбенә еңде юлаевсылар. Голдарҙы Филип Ларсен, Сакари Манинен, Михаил Пашнин, Максим Майоров һәм Дмитрий Кугрышев индерҙе.
Ә бына Ярославлдә – «Локомотив», Балашихала «Авангард» менән осрашҡанда командабыҙ аптыратты. 1:5, 1:4 иҫәптәренә еңел генә еңелделәр. Уйын аҙаҡтарына хәлдәре бөтөп, бөтөнләй ҡаршылыҡ күрһәтә алманылар. Физик әҙерлектәре насармы икән? Көн аша уйнауға һылтана тренерҙарыбыҙ. Быныһы аңлашылмай. Башҡалар өсөн дә календарь шулай төҙөлгән бит. Ниңә «Авангард», «Аҡ Барс», «Металлург» хоккейсылары арымай?
Өфөлә Ҡытайҙан «Кунлунь Ред Стар» менән уйында ла шул уҡ хәл ҡабатланды. Етмәһә, был алышта төп хоккейсыбыҙ Сакари Манинен ҡатнашманы, йәрәхәт алған. Юлаевсылар дүртенсе минутта уҡ иҫәпте астылар ҙа (Никита Сошников) аҙаҡ күберәген һаҡланыуға күсте. Йәнә хәлдәре бөткән кеүек күренделәр. Ҡунаҡтар бер-бер артлы һөжүм ойошторҙолар. Әлдә Юха Метсолабыҙ бар. Ҡапҡасыбыҙ күп тапҡырҙар ҡотҡарҙы.
Көс хәлгә еңдек – 1:0, мәрәй яуланды. Бына бөгөн Өфөгә «Амур» (Хабаровск), ә 24 ноябрҙә «Аҡ Барс» (Ҡазан) килә. Бирешмәҫкә кәрәк инде. Бигерәк тә ут күршеләребеҙ менән алышҡанда.