+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хоккей
21 Февраль 2020, 13:39

Юлаевсылар плей-оффҡа сыҡты

Их, «Спартак»тан да, СКА-нан да отолоп ҡуйҙыҡ шул, етмәһә, үҙ боҙобоҙҙа... Өс мәрәй юғалттыҡ...

Әгәр ҙә уларҙың икеһен дә еңһәк, бишенсе урынға күтәрелер инек. Булманы, килеп сыҡманы. Шуныһы насар: хәҙер инде дүртенсе, бишенсе урындарҙағы «Автомобилист» менән «Себер»ҙе ҡыуып етеүе ныҡ ауыр буласаҡ.

«Салауат Юлаев»ҡа сит майҙанда өс уйын үткәрәһе генә ҡалды. Дәғүәселәрҙең дә ниндәйе бит әле! Бөгөн «Барыс» (Нур-Солтан) менән осрашһалар, 23 февралдә – «Металлург» (Магнитогорск), ә 25-ендә «Аҡ Барс» (Ҡазан) менән алыш көтә. Бирешмәһендәр, һынатмаһындар инде.

Юлаевсылар Өфөлә «Сочи» хоккейсыларын 2:0 иҫәбенә еңеп, плей-оффҡа сыҡты, тиһәң дә була. Ә унда тәүге уйындарын «Автомобилист» йә «Барыс» менән үткәрерме? Быныһын ваҡыт күрһәтер. Яратҡан командабыҙға уңыштар теләйек.
Читайте нас: