+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хоккей
12 Март 2020, 00:18

"Йәшел дерби" көтә!

Ура,"Авангард"ты үттек! Өфөлә хәл иткес уйын булды. Юлаевсыларға ныҡ ҡыйын булды,"Авангард" бер ҙә бирешергә теләмәне. Уларҙың боҙға еңер өсөн генә сыҡҡаны күренде.

Тәүге минуттан уҡ һөжүмгә ташландылар. Күп тапҡыр ҡапҡасыбыҙ Юха Метсола ҡотҡарҙы. Шулай ҙа беҙҙекеләр ҡаушап ҡалманы. Үҙҙәре лә һөжүм ойошторҙолар. Оҫта һаҡландылар ҙа. Беҙҙең хоккейсыларҙың еңеүгә ынтылышы көслөрәк булып сыҡты. Юлаевсылар 4:1 иҫәбенә отто. Голдарҙы Сакари Маннинен, Теему Хартикайнен, Дмитрий Кугрышев һәм Эдуард Ғиматов индерҙе. Дөйөм иҫәп – 4:2. Плей-оффтың сирекфиналында "Аҡ Барс" менән уйнайбыҙ. Тәүге алыштар Ҡазанда 18 һәм 20 мартта үтәсәк. "Йәшел дерби" дауам итә!
Читайте нас: