– Беҙҙе күп тапҡырҙар ҡапҡасыбыҙ Юха Метсола ҡотҡарҙы, – тине һөжүм итеүсебеҙ Эдуард Ғиматов. – Уның шулай оҫта уйнауы бөтәбеҙгә лә көс өҫтәгәндәй булды. Беҙ командабыҙ менән көслө икәнебеҙҙе күрһәттек.
Өфө боҙонда «Салауат Юлаев» хәл иткес уйынға сыҡҡан кеүек тырышты. Тәүҙәрәк һаҡланырға ла тура килде. Әммә «Авангард» күпме генә маташһа ла, бер гол да индерә алманы. Тегеләрҙең көстәре самалы ине. Бынан юлаевсылар оҫта файҙаланды. Үҙҙәре һөжүмгә күсеп, бер-бер артлы ике гол индерҙеләр (Сакари Маннинен, Теему Хартикайнен). Иҫәп – 2:1 булғас, Дмитрий Кугрышев мәргәнлеген күрһәтте. Ә беҙҙекеләрҙән һуңғы гол – Эдуард Ғиматов иҫәбендә. Еңдек – 4:1! Дөйөм иҫәп – 4:2.
Плей-офф дауам итә. Хәҙер юлаевсыларҙы «Йәшел дерби» көтә, «Аҡ Барс» менән алышасаҡбыҙ! Тәүге ике уйын Ҡазанда 18, 20 мартта буласаҡ. Ә Өфөлә 22-һендә, 24-ендә үтәсәк.