+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хоккей
16 Март 2020, 18:22

Плей-оффты туҡтатырҙармы?

Донъяла хәлдәр ҡатмарлаша. Коронавирус эләктереүселәр арта ғына. Ҡасан туҡтатырҙар был ҡурҡыныс ауырыуҙы?

Ана, «Йокерит» (Хельсинки) артынан «Барыс» (Нур-Солтан) да плей-оффтан баш тартты. Финляндияла ла, Ҡаҙағстанда ла коронавирус арҡаһында ғәҙәттән тыш хәлдәр режимы иғлан ителеп, күп көйәрмәндәр йыйылған спорт ярыштары үткәреү тыйылды.
Беҙҙең «Салауат Юлаев» менән «Аҡ Барс» ни эшләр? Уларҙың уйындары булырмы? КХЛ ниндәй ҡарар ҡабул итер? Түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ.
– Хоккей ҡайғыһы юҡ кеүек. Нимә булырын берәү ҙә белмәй. Бөтәһе лә коронавирус тураһында ғына уйлай һымаҡ. Мин плей-офф уйындарын туҡтатып тороу яҡлы, – ти «Салауат Юлаев»тың баш тренеры Николай Цулыгин.
Читайте нас: