Әйткәндәй, «Йокерит» (Хельсинки) менән «Барыс» (Нур-Солтан) плей-оффта ҡатнашыуҙан бөтөнләй баш тартты. Әлеге лә баяғы коронавирус бәләһе инде. Финляндияла, Ҡаҙағстанда спорт саралары үткәреү ваҡытлыса тыйылды.
Башҡортостан һәм Татарстан көйәрмәндәре «Салауат Юлаев» менән «Аҡ Барс»тың осрашыуын түҙемһеҙләнеп көткәйне лә бит. Коронавирус арҡаһында алыш көнө күсерелде. Бер нисә аҙнағамы, бер айғамы? Көтәбеҙ инде. Ни эшләйһең, беҙ генә түгел, бөтә донъяны ҡурҡыуға, хәүефкә һалды бит был вирус. Плей-офф уйындарын кисектереп тороуҙы Линус Умарк, Юха Метсола һәм Теему Хартикайнен да хупланы. «Әлегә етте. Тәүҙә вирусты туҡтатһындар!» – тип белдерҙе улар.