Әлбиттә, бөтәһенә лә коронавирус ғәйепле.
– Беҙгә хоккейсыларҙың, көйәрмәндәрҙең һаулығы мөһимерәк, – тип белдерҙе Континенталь хоккей лигаһы президенты Алексей Морозов. – Шунлыҡтан хоккей миҙгелен уйнап бөтмәйенсә туҡтатырға тура килде.
Ни эшләйһең инде? «Салауат Юлаев» көйәрмәндәренең дә кәйефе ныҡ төштө. «Авангард» менән матур уйын күрһәткәйне бит хоккейсыларыбыҙ. «Аҡ Барс»ты ла еңербеҙ, финалда ЦСКА йәки СКА менән осрашырбыҙ кеүек ине. Күптәр шуға өмөт иткәйне. Килеп сыҡманы...
Гагарин кубогы эйәһеҙ ҡалды. Ә 2019/2020 уйын миҙгеленә йомғаҡ һуңғараҡ яһаласаҡ.