Ул «Салауат Юлаев»ҡа 2015 йылда саҡырылғайны. Тәүге көндәренән үк оҫталығы, һоҡланғыс уйыны менән хайран ҡалдырғайны. Линус боҙға сыҡһа, шайбаны үҙенә эйәртеп йөрөгән һымаҡ ине. Гол индерһә, «Өфө-Арена» көйәрмәндәр тауышынан шау-гөр килде. Үҙен олоһо ла, кесеһе лә яратты беҙҙә. Хатта ҡайһы берәүҙәр уны күтәреп йөрөргә лә әҙер ине.
Ине... Был һүҙҙе әйтке лә килмәй. Линус Умаркка ныҡ өйрәнгәйнек. Ныҡ уңдыҡ был швед хоккейсыһынан. Хәҙер командабыҙҙы унан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ.
– Миңә лә айырылышыуы ҡыйын. Үҙемде лә, ғаиләмде лә Өфөлә тәүге көндән үҙ иттеләр. Быйылғы миҙгелдә Гагарин кубогы яуларға һүҙ биргәйнем, был мөмкин ине. Донъяға таралған коронавирус ҡамасаулап ҡуйҙы. Йәл, үкенесле.
Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, уйнаһам да, минең йөрәгем йәшел булып ҡаласаҡ. «Салауат Юлаев», көйәрмәндәр хәтеремдә мәңге һаҡланыр, – тип яҙа ул «Инстаграм»да.
Һау бул, Линус! Беҙ һине лә бер ҡасан да онотмабыҙ. Исемең юлаевсылар тарихына мәңгелеккә яҙылды. Уңыштар теләп ҡалабыҙ.