+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хоккей
7 Апрель 2020, 17:10

«Салауат Юлаев» – «Себер» – 1:0

Коронавирус арҡаһында плей-офф туҡтатылһа ла, көйәрмәндәр өсөн виртуаль плей-офф уйындары ҡыҙғандан-ҡыҙа. Континенталь хоккей лигаһының рәсми аккаунтында тауыш биреү юлы менән бара ул.

«Салауат Юлаев» ярымфиналда «Аҡ Барс»ты 4:0 иҫәбенә ҡыйратып, Көнсығыш конференцияла финалға сыҡты. Әйткәндәй, беҙҙең хоккейсылар өсөн 223 мең 751 тауыш бирелһә, ә ҡазандар өсөн – 158 мең 959. Әле бына кисә «Себер» (Новосибирск) менән тәүге «матч» булды. Юлаевсылар тағы ла еңде – 1:0! Беҙҙең команда 63 мең 274 тауыш йыйһа, Новосибирск клубы – 53 мең 287.
Виртуаль уйындар шулай уҡ дүрт еңеүгә тиклем бара. Иртәгә командаларҙың икенсе осрашыуы була. Юлаевсылар «Себер»ҙе еңһә, төп финалға сығасаҡ. Унда инде «Йокерит» (Хельсинки) йәки «Динамо» (Мәскәү) менән виртуаль алышта көс һынашырға кәрәк буласаҡ.
Ҡәҙерле дуҫтар, «Салауат Юлаев» өсөн «Бәйләнештә», «Инстаграм», «Твиттер», «Одноклассники» социаль селтәрҙәрендә һеҙ ҙә тауыш бирә алаһығыҙ. #КубокГагаринаОнлайн. Әйҙәгеҙ, бергәләп еңеү яулайыҡ! Гагарин кубогы беҙҙеке булырға тейеш.
Читайте нас: