Был фин хоккейсыһы НХЛ-да «Эдмонтон» клубында уйнай ине. Көслө генә һөжүм итеүсе, тип маҡтайҙар. Юлаевсылар составында ул Линус Умарк урынына саҡырылды. Нисек уйнап китер, командабыҙҙа лидер була алырмы? Уныһын, әлбиттә, ваҡыт күрһәтер.
Тағы ла бер һөйөнөслө хәбәр: Американан йәш һөжүм итеүсебеҙ Михаил Воробьёв ҡайтты! Үҙебеҙҙең хоккей клубы тәрбиәләнеүсеһе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: ул «Салауат Юлаев»та Кирилл Капризов менән бергә уйнағайны, йәштәр араһында уҙған донъя беренселегендә бронза миҙал яулағайны. Иң күп пас биреүсе булып та танылғайны. Михаил Воробьёв Ҡазанға ҡайтып киткән Александр Бурмистровты алмаштырасаҡ, тиһәң дә була. Алла бирһә, боҙға Никита Сошников һәм Дмитрий Кугрышев йә Родион Әмиров менән бергә сығасаҡ.
Командабыҙҙа башҡа үҙгәрештәр ҙә бар. Белеүегеҙсә, Николай Цулыгин хәҙер баш тренер түгел, уның урынына Томи Ламса ҡуйылды. Был хәл күптәрҙе аптыратты. Плей-оффта юлаевсылар һоҡланғыс уйын күрһәткәйне. Ярай әле Цулыгин команданан китмәне, Ламсаға ярҙамсы итеп ҡалдырылды.
Әйтергә кәрәк, юлаевсылар ярайһы ғына юғалтыуҙар кисерҙе. Әлбиттә, иң ҙуры – Линус Умарк. Ул клуб өсөн генә түгел, бөтә КХЛ өсөн дә ҙур юғалтыу. Хоккей йондоҙо ине бит! Унһыҙ ҡыйын булыр инде беҙҙең командаға. Шулай уҡ ҡапҡасы Андрей Кареев, һаҡсылар Артём Сергеев, Захар Арзамасцев, Михаил Пашнин, Станислав Гәрәев, һөжүм итеүселәр Максим Майоров, Илья Крикуновтар беҙҙә уйнамаясаҡ.
Берәүҙәр китә, икенселәре килә. Хоккейҙа шулай инде, командалар йыл һайын үҙгәреш кисереп тора. Әйҙәгеҙ, «Салауат Юлаев»тың бүтән яңы килгән хоккейсылары менән дә танышайыҡ. Улар – ҡапҡасы Владислав Сухачёв («Трактор», Силәбе), һаҡсылар Евгений Бирюков («Металлург», Магнитогорск), Дмитрий Коробов («Амур», Хабаровск), Игорь Мясищев (ЦСКА, Мәскәү), һөжүм итеүсе Александр Чёрный (ЦСКА).
Әйткәндәй, яңыраҡ һаҡсылар Шакир Мөхәмәҙуллин, Павел Елизаров һәм һөжүм итеүсе Родион Әмиров Рәсәй йәштәр йыйылма командаһына саҡырылды. Сочи ҡалаһында уҙасаҡ турнирға әҙерләнәләр. Был йәш хоккейсыларыбыҙҙың матур ғына уйнап китеүҙәренә өмөт итә тренерҙарыбыҙ. Шунһыҙ булмай ҙа, киләсәкте уйларға кәрәк. Ситтән ҙур эш хаҡына уйынсы саҡырғансы үҙең тәрбиәләү, үҫтереү отошлораҡ. Йәнә көслө хоккейсыны эҙләп табыуы ла ҡыйын хәҙер. Уларҙың бөтәһе тиерлек НХЛ-да уйнап йөрөй.
Юлаевсылар алдағы хоккей миҙгеленә әҙерлекте 14 июлдә башланы. Тәүҙә медицина тикшереүе булды. Илдәге хәлде белеп тораһығыҙ, коронавирус һаман туҡталмай. Шуға ла тренерҙарыбыҙ әҙерлеккә күп үҙгәрештәр индерҙе. Күнекмәләр, ахырыһы, тик үҙебеҙҙә генә үтер, сит илдәргә сығыу әлегә мөмкин түгел.
Хоккей һағындырҙы. Бөтәһе лә һәйбәт булһа, КХЛ-да тәүге уйындар 2 сентябргә планлаштырыла. Ә уға тиклем 10 – 13 августа Өфөлә йолаға әйләнгән Башҡортостан Республикаһы кубогына турнир уҙасаҡ. Был алышта «Салауат Юлаев» «Трактор» (Силәбе), «Нефтехимик» (Түбәнге Кама) һәм «Северсталь» (Череповец) командалары көс һынашасаҡ. Шунан инде беҙҙең хоккейсылар Ҡазанда ойошторолған турнирға юллана. Башланды хоккей! Юлаевсыларға уңыштар теләйек.