+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хоккей
9 Октябрь 2020, 16:17

Филип Ларсен уйнай башланы

«Салауат Юлаев» Татарстанда ике уйынын үткәреп ҡайтты.

Һаман да лидерҙарыбыҙ боҙға сыҡманы, дауаланып бөтмәне әле улар. Ә бына һаҡсыбыҙ Филип Ларсен һауыҡты. «Нефтехимик» (Түбәнге Кама) менән осрашҡанда тәүге уйынын үткәрҙе һәм беренсе голын да индерҙе. Афарин! Ларсен Ларсен инде. Командабыҙ өсөн ныҡ файҙалы уйынсы, бигерәк тә дәғүәсе штраф ваҡыты алып, беҙҙекеләр күпселектә ҡалғанда. Шайбаны оҫта йөрөтә, аңғармаҫтан көслө итеп һуға белә.

«Нефтехимик»ты 4:1 иҫәбенә еңдек. Ҡалған голдар – Михаил Воробьёв, Илья Баранов һәм Данил Алалыкин иҫәбендә.

Ҡазанда «Аҡ Барс» менән алышта ла юлаевсылар юғалып, баҙап ҡалманы. Лайыҡлы ҡаршылыҡ күрһәттеләр. Йәштәребеҙгә тәжрибә етмәй шул. Гол индергәндә лә, һөжүмдән һаҡланғанда ла. Етмәһә, ҡап­ҡасыбыҙ Александр Скрынниктың КХЛ-да күптән уйнағаны юҡ. Сараһыҙҙың көнөнән «Торос»тан (Нефтекама) саҡырылғайны бит. Уға ла ҡыйын, әммә һынатмай. Ҡазанда ул беҙҙекеләрҙе күп тапҡыр ҡотҡарҙы.

«Аҡ Барс»тан 1:4 иҫәбенә отолдоҡ. Был еңелеүҙә кемделер ғәйепләге килмәй, шулай ҙа судьяларға әйтер һүҙ бар. Ниңә Ҡазан командаһына ярҙам итәһегеҙ? Уйын барышында беҙҙең һөжүм итеүсебеҙ Владислав Лукинға сәкән менән битенә эләктерҙеләр. Ул йәрәхәт алды, судьялар күрмәмеш булды. «Аҡ Барс» хоккейсыһына 4 йәки 5 минут штраф ваҡыты бирелергә тейеш ине. Юҡ, бер ни булмағандай, уйын дауам итте. Ә был ваҡытта иҫәп 1:2 ине...

Спортта ла шундай хәлдәр булып ҡуя. Ярай, көймәйек. Еңелһәк тә (юлаевсыларҙан берҙән-бер голды Алексей Пус­тозёров индерҙе), йәш хоккейсыларыбыҙ Ҡазанда оҫталыҡ дәресе алды, тип әйтергә була. Улар өсөн һынау­ҙар бөтмәгән әле. Кисә Өфө боҙонда «Себер» (Новосибирск) менән осраштылар, ә 10-ында – ЦСКА (Мәскәү) һәм 12-һендә «Барыс» (Нур-Солтан) менән алыштар кө­тә. Бәлки, был уйындарға Маркус Гранлунд, Теему Хартикайнен, Александр Ка­дейкин да һауығып өлгөрөр. Яҡшыға өмөт итәйек, дуҫ­тар!
Читайте нас: