+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хоккей
16 Октябрь 2020, 14:06

Метсола менән Хартикайнен да һауыҡты

Ниһайәт, «Барыс» менән Өфөлә уйнағанда Юха Метсола, Сакари Маннинен, Теему Хартикайнен, Владимир Жарков, Александр Кадейкин һәм Данил Башкировтар боҙға сыҡты.

Көйәрмәндәрҙең нисек ҡыуанғанын күрһәгеҙ! Хәҙер инде Маркус Гранлундтың һауығыуын көтәбеҙ. Юғиһә, йәштәр менән генә тороп ҡалғайны бит командабыҙ...

Ҡазандан ҡайтҡас, юлаевсылар Өфөлә өс уйын үткәреп өлгөрҙө. «Себер»ҙе (Новосибирск) 4:3 иҫәбенә оттоҡ. Ә бит 0:2 менән еңелеп баралар ине, ярай әле үҙҙәрендә көс табып, йәһәт кенә иҫәпте тигеҙләй алдылар. Голдарҙы Илья Баранов менән Михаил Воробьёв индерҙе. Шунан тағы «Себер» алға сыҡты. Юлаевсылар һөжүм артынан һөжүм ойоштороп, иҫәпте йәнә тигеҙләп ҡуйҙы (әлеге лә баяғы Илья Баранов).

Төп һәм өҫтәмә ваҡытта ла еңеүсе асыҡланмағас, буллит һуҡтылар. Бында инде Родион Әмиров мәргәнлеген күр­һәтте – 4:3!

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ЦСКА (Мәскәү) хоккейсыларынан 2:4 иҫәбенә отолоп ҡуйҙыҡ. Был команда иң күп мәрәй йыйған. Беҙҙең йәштәргә уларға ҡаршы тороуы ныҡ ҡыйын булды. Әйтергә кәрәк: был көндө юлаевсыларҙың уйыны бөтөнләй барманы. Ике генә гол индерә алдылар (Филип Ларсен, Михаил Воробьёв), ә башҡаға хәлдәре етмәне.

«Барыс» менән уйынды матур ғына башлап ебәргәйнеләр. Шакир Мөхәмәҙуллин менән Александр Алексеев ике гол индереп, иҫәп 2:0 булғайны. Еңел генә еңербеҙ кеүек ине. Юҡ икән, Ҡаҙағстан хоккейсылары уйын аҙағында иҫәпте тигеҙләп кенә ҡалманы, овертаймда еңеүгә лә иреште. Ярай, ни эшләйһең, оҙаҡ уйнамай тороп, боҙға яңы ғына сыҡҡан лидерҙарыбыҙға ваҡыт кәрәк. Алышҡа улар әлегә ныҡлы әҙер түгел. Хоккейсылар әйткәнсә, формаға килергә кәрәк, ә быға уйнай-уйнай ғына ирешәһең.

Командабыҙ артабан һынауҙарҙы сит майҙандарҙа үтәсәк. Улар кисә Мытищиҙа «Куньлунь Ред Стар» менән осрашһа, ә 17 октябрҙә – «Авангард» (Омск), 19-ында – «Сочи» һәм 21-ендә «Витязь» (Подольск) менән алыш көтә.

Еңеп ҡайтығыҙ, юлаевсылар!


М. КӨЙӘРМӘНОВ.

Читайте нас: