Әйткәндәй, быйылғы хоккей драфты 7 октябрҙә онлайн рәүештә үтте. Беренсе һан менән «Нью-Йорк Рейнджерс»ҡа Алексис Лафренье һайланды. Рәсәйҙекеләр арттараҡ: Ярослав Асҡаров (СКА, Санкт-Петербург) – 11-се, ә Родион Әмиров – 15-се, Шакир Мөхәмәҙуллин – 20-се, Егор Чинахов («Авангард», Омск) – 21-се урында.
Алла бирһә, быйыл уҡ түгел, бер нисә йылдан Родион Әмиров «Торонто Мэйпл Лифс» клубына саҡырыласаҡ.
– Күптәнге хыялым тормошҡа ашты, мин бәхетле! Төнө буйы йоҡламайса драфт барғанын күҙәттем. Иң беренсе булып мине атай-әсәйем, агенттарым ҡотланы, – ти Родион.
– Минең дә ҡыуанысымдың сиге юҡ! «Нью-Джерси» лигала иң яҡшы, өлгөлө клубтарҙың береһе һанала. Драфт еткәнен түҙемһеҙләнеп көттөм. Рәсәйҙән тәүҙә беҙ дүртәү һынауҙы үттек. Шулар араһында үҙемдең һәм Родион Әмировтың булыуына бик һөйөндөм. Мин генәме икән, әсәйем, атайым, туғандарым, дуҫтар, таныштар – ҡотлауҙар яуҙы ғына...
Драфт үтте. Хәҙер миңә тағы ла нығыраҡ тырышырға, «Салауат Юлаев»ҡа Гагарин кубогын яуларға ярҙам итергә кәрәк, – тип белдерҙе Шакир.
Ғөмүмән, драфт ете раундта дауам итте. Барлығы НХЛ өсөн Рәсәйҙең 23 йәш хоокейсыһы һайлап алынды. Был исемлектә беҙҙең клубтан тағы бер уйынсы бар: 2003 йылғы Александр Пашин (199-сы һан менән). Ул да бик өмөтлө күренә. Әле «Салауат Юлаев» өсөн дә бер нисә уйын үткәреп өлгөрҙө. Йәш һөжүм итеүсене «Каролина Харрикейнз» клубы һайлаған.