+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хоккей
23 Октябрь 2020, 21:17

Данил Башкиров та тәүге голын индерҙе

Юлаевсылар сит майҙанда дүрт уйын үткәреп ҡайтты.

Тәүҙә Мытищиҙа «Куньлунь Ред Стар» (Пекин) менән осраштылар. Дмитрий Кугрышев менән Данил Башкиров (тәүге голы) иҫәпте 2:0 иткәс, еңел генә еңербеҙ, тип уйлағандыр күп көйәрмәндәр. Етмәһә, был көндө Маркус Гранлунд та уйнарға сыҡҡайны. Юҡ икән шул, иң артта килгән командаға беҙҙекеләр тағы мәрәй «бүләк итте» инде. Ҡытай клубы иҫәпте тигеҙләп кенә ҡалманы, уйындың аҙаҡтарында өс гол индереп, еңеп тә ҡуйҙы – 3:5. Аптыратты юлаевсылар, көсһөҙ команданан отолоп тораларсы.

Әйткәндәй, беҙҙекеләрҙән өсөнсө гол – Теему Хартикайнен иҫәбендә. Ул КХЛ тарихында «Салауат Юлаев» клубы рекордын да ҡуйҙы. Командабыҙҙа 2013 йылдан уйнап, 468 матчта 339 мәрәй (149 гол + 190 пас) йыйҙы. Теему был уйында Линус Умаркты (338) уҙып китте. Өсөнсө урында – Александр Радулов (299).

Ә бына Балашихала «Авангард» (Омск) менән уйнағанда һоҡ­ландырҙы командабыҙ. 0:2 иҫә­бе менән отолоп барған ерҙән, үҙҙәрендә көс табып, еңеүгә ирештеләр – 4:3. Был алышта Теему Хартикайнен, Маркус Гранлунд, Пётр Хохряков һәм Никита Сошников мәргәнлек күрһәтте. Буллит һуғып, ике мәрәй яуланылар.

«Сочи» менән уйында иһә яңы ҡапҡасыбыҙ Даниил Тарасов ҡыуандырҙы. Ныҡ оҫта, ышаныслы торҙо. Бер гол да үткәрмәне. Шу­ға ла 2:0 иҫәбенә еңдек тә. Беҙ­ҙекеләрҙән голды әлеге лә бая­ғы Теему Хартикайнен һәм һаҡсы Александр Алексеев индерҙе.

Подольскиҙа «Витязь» менән алышты ла матур ғына башлағайны юлаевсылар. Юҡ инде, уйын аҙағында ике гол үткәреп, отолоп ҡайтып киттеләр. Был уйында лидерҙарыбыҙға әллә ни булды. Бер гол индерә алманылар. Ҡапҡасыбыҙ Юха Метсола ла ҡотҡарманы.

– Сит майҙанда бер-бер артлы дүрт уйын үткәрҙек бит. Яңы ғына боҙға сыҡҡан хоккейсыларыбыҙ бөгөн үҙҙәрен күрһәтә алманы. Уйын аҙағында улар арыны, шуға ла хаталаныуҙар китте, – тип аҡланды баш тренерыбыҙ Томи Ламса.

Эйе, ысынлап та, хәлдәре бөткән һымаҡ күренде. «Витязь» менән уйнағанда дүрт голдың өсөһөн боҙға Хартикайнен, Гранлунд һәм Маннинен сыҡҡанда үткәрҙек. Бер ҙә улай булғаны юҡ ине.

Дүртенсе уйында 3:4 иҫәбенә еңелдек. Юлаевсыларҙан голдар – Александр Кадейкин, Владислав Картаев һәм Филип Ларсен иҫәбендә.

Командабыҙ Өфөгә ҡайтты. 26 октябрҙә – «Локомотив» (Ярославль), ә 28-ендә «Амур» (Хабаровск) менән алыш көтә. Унан инде 30-ында Магнитогорскиҙа «Металлург» менән уйнаясаҡтар.


М. КӨЙӘРМӘНОВ.


Читайте нас: