+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хоккей
11 Декабрь 2020, 15:05

«Сириус кубогы» – йәш юлаевсыларҙа

Захар Галако, Фёдор Едрёнкин, Альберт Мөхәмәтшин, Егор Паскин, Ярослав Стеценко, Георгий Сухарев, Артур Хәфзетдинов, Ришат Хөсәйенов, Иван Чаругин, Александр Шен... Был йәш хоккейсыларҙың исемдәрен иҫегеҙҙә тотоғоҙ. Улар Сочи ҡалаһынан «Сириус кубогы»н яулап ҡайтты!

Унда 9 команда ҡатнашлығында турнир уҙғайны. Беҙҙең «Салауат Юлаев» спорт мәктәбенән 2006 йылғы 10 йәш хоккейсыбыҙ Волга буйы федераль округы йыйылма командаһы өсөн уйнаны. Әйткәндәй, уның баш тренеры ла Өфөнән Михаил Потапов ине.

Егеттәребеҙ һоҡланғыс уйын күр­һәтте. Финалда беҙҙекеләр көслөләр­ҙән-көслө Мәскәү йыйылма командаһын буллит буйынса еңде – 3:2.

«Салауат Юлаев»ҡа алмаш үҫә. Был һәләтле, өмөтлө йәш хоккейсыларыбыҙ үҙҙәрен тағы ла ҙурыраҡ алыштарҙа күрһәтер, төп командабыҙға ла эләгер әле. Уңыштар теләйек.

М. КӨЙӘРМӘНОВ.

Читайте нас: