+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хоккей
18 Декабрь 2020, 14:03

Бишенсе урынға төштөк

«Салауат Юлаев» үҙ боҙонда «Йокерит» (Хельсинки) хоккейсыларынан да еңелде. Ниндәй иҫәпкә бит әле – 0:3. Һөжүм итеүселәребеҙ һаман аптырата. Хатта Теему Хартикайнен менән Маркус Гранлунд та мәргәнлеген күрһәтә алмай.

Ҡыйын хәлдә ҡалды юлаевсылар. Бер нисә уйында рәттән еңелеп, бишенсе урынға төштөләр. Хәҙер инде арттарынан «Автомобилист» (Екатеринбург), «Торпедо» (Түбәнге Новгород) етеп килә. Ярай әле «Себер» (Новосибирск) менән алышта ике мәрәй яуланылар – (3:1). Был уйында Александр Кадейкин оҫталығын күрһәтте. Бер гол индерҙе, Павел Коледовҡа иҫәпте 2:1 итергә ярҙам итте. «Себер» ҙә бирешергә теләмәне, ныҡ ҡаршылашты. Юлаевсыларҙан өсөнсө гол – Сакари Маннинен иҫәбендә.

Хоккейсыларыбыҙ ялға туҡтаны. 22 декабрҙә юлаевсылар Өфөлә «Динамо» (Минск) менән уйнаясаҡ.

Ә өс йәш егетебеҙ – Шакир Мөхәмәҙуллин, Родион Әмиров һәм Данил Башкиров Рәсәй йыйылма командаһына эләгеп, Канадаға йәштәр араһында уҙасаҡ донъя беренселегенә китте. Уларға чемпион булып ҡайтыуҙарын теләйек.

М. КӨЙӘРМӘНОВ.
Читайте нас: