+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хоккей
29 Декабрь 2020, 14:23

«Салауат Юлаев»ҡа ышанабыҙ!

Ҡыҙыҡлы матч уҙҙы кисә «Өфө-Арена» майҙанында.

«Салауат Юлаев» үҙ боҙонда «Металлург»ты (Магнитогорск) ҡабул итте. Яңы уйынсыбыҙ Джефф Плэтт уйындың икенсе минутында бер гол индерһә, 8-се минутта инде Михаил Науменков мәргәнлек күрһәтте. Тәүге осорҙа «Металлург»тан (Магнитогорск) Андрей Чибисов голы менән уйын 2:1 менән тамамланды. Ә икенсе өлөшөндә Богдан Потехин («Металлург») иҫәпте тигеҙләп тә ҡуйҙы – 2:2. Һуңғы 20 минутта Владимир Жарков һәм Александр Кадейкиндың голдары ярҙамында иҫәп 4:2 булды. Хатта һуңғы минуттарҙа «Металлург» командаһының күпселектә уйнауы ла ярҙам итмәне.
Уйын тамамланғас та «Салауата Юлаев»тың ҡапҡа һаҡсыһы Юха Метсола комментарий бирҙе:
– Был – беҙҙең команда өсөн еңел булмаған матч. Йыл аҙағында еңеү яуларға кәрәк ине. Алдағы уңыштар өсөн был шәп этәргес. Үткән уйында ҡатнашмаһам да, был алыш еңел бирелде.
– Даниил Тарасов менән көнәркәшлек (конкуренция) һиҙәһегеҙме?
– Эйе. Беҙҙә ике көслө ҡапҡа һаҡсыһы булыу яҡшы. Һәләтле егет, уға бөтә яҡтан да ярҙам итергә тырышам.
– Беренсе голды ниңә үткәрҙегеҙ, аңлатып китегеҙ әле.
– Был мөһим түгел, команда еңде бит. Мин уны кире ҡаға ала инем...
– Был миҙгелдә йыш хаталар яһайһығыҙ...
– Һаҡсылар менән үҙ-ара килешеп уйнарға кәрәк.
– Һеҙ бөгөн хоккейҙа Василий Кошечкинды оттоғоҙ. Әгәр өҫтәл артында ярыш булһа, кемегеҙ көслөрәк булыр ине?
– Әлбиттә, Кошечкин. Ул шәп егет, – тип яуапланы Метсола.
Әлеге мәлдә «Салауат Юлаев» КХЛ-дың Көнсығыш конференцияһында өсөнсө урында килә. 42 уйында 51 мәрәй йыйған. Беҙҙең хоккейсылар һуңғы биш уйынында дүртенсе еңеүен яулап, ә 3 ғинуар үҙ боҙонда «Автомобилист» менән уйнаясаҡ. Беҙ, уның көйәрмәндәре, «Салауат Юлаев»ҡа ышанабыҙ, командабыҙҙан яңы еңеүҙәр көтәбеҙ.
Фото https://hcsalavat.ru сайтынан алынды.
Читайте нас: