+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хоккей
29 Ғинуар 2021, 12:33

Джефф Плэтт та мәргәнлеген күрһәтә

Плей-оффҡа сығыр өсөн алыштар ҡыҙғандан-ҡыҙа ғына. Беҙҙең «Салауат Юлаев»ҡа ла ни бары туғыҙ уйын үткәрәһе генә ҡалды. Әле улар дүртенсе урында килә.

Һаман да ауырлыҡ менән мәрәй йыя командабыҙ. Өфөлә «Северсталь» (Череповец) клубы хоккейсыларын 4:2 иҫәбенә еңгәс, Хабаровск яҡтарына юлландылар. «Амур» менән ике уйын үткәрәсәктәр. Тәүгеһендә 2:1 иҫәбенә оттолар ҙа ул, беҙҙекеләрҙән голдарҙы Джефф Плэтт менән Теему Хартикайнен индерҙе. Был уйында ҡапҡасыбыҙ Юха Метсоланы маҡтарға кәрәк. Ҡапҡаһын ныҡ биктә тотто, оҫталығын күрһәтте. Ул булмаһа, ай-һай, еңә алыр инекме икән?!

Шулай уҡ командабыҙға Джефф Плэтты саҡырыу ҙа файҙаға ғына булды. Канада хоккейсыһын көйәрмәндәребеҙ яратып өлгөрҙө инде. Ныҡ тырышып уйнай, голдар ҙа индерә. Александр Кадейкин һәм Владимир Жарков менән тиҙ уртаҡ тел тапты. Плей-оффта үҙҙәрен күрһәтерҙәр әле, тип ышана тренерҙарыбыҙ ҙа.

«Салауат Юлаев» кисә «Амур» менән икенсе уйынын үткәрҙе. Унан инде иртәгә Нур-Солтанда «Барыс» менән алышасаҡтар. Ә 4 февралдә Өфөлә «Динамо» (Рига) менән уйын көтә.

М. КӨЙӘРМӘНОВ.
Читайте нас: