+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хоккей
12 Сентябрь 2021, 11:40

Кулёмин менән Башкиров һоҡландыра

Беҙҙең яратҡан командабыҙ хоккей миҙгелен һәйбәт кенә башлап ебәрҙе.

Кулёмин менән Башкиров һоҡландыра
Кулёмин менән Башкиров һоҡландыра

«Салауат Юлаев» Нур-Солтанда «Барыс»ты – 5:1, Екатеринбургта «Автомобилист»ы – 4:2, ә Магнитогорскиҙа «Металлург»ты 7:2 иҫәбенә еңеп ҡайтты. Бындай уңышты күптәр көтмәгәйне. «Барыс» менән уйнағанда Николай Кулёмин бер түгел, өс гол индереп, бөтәһен хайран ҡалдырҙы. Оҫта ғына хоккейсы икән! Ә бит уның командабыҙға саҡырылыуына ҡайһы бер көйәрмәндәр ҡаршы ине. «Ниңә кәрәк ул, йәше үткән. Йүнләп уйнай алмай», – тип белдерҙе улар.
Эйе, Николай Кулёмин хоккей күҙлегенән ҡарағанда оло һанала, уға 35 йәш тулған. Уйнарын уйнаған кеүек. Эш йәштә генә түгел икән дә! Ана, командабыҙҙағы 36 йәшлек Джефф Плэтт та күп йәштәрҙән етеҙерәк. Ул да ике гол индереп өлгөрҙө.
Ә бына «Металлург» менән алышта йәштәребеҙ һоҡландырҙы. Бигерәк тә Данил Башкировты маҡтағы килә. Күҙгә ҡарап үҫә был егетебеҙ. «Магнит»тар менән уйында Данил Башкиров үҙе бер гол индереп, тағы ла Алексей Пустозёровҡа һәм Артём Пименовҡа уңышҡа ирешергә ярҙам итте. Өмөтлө йәштәребеҙҙән беҙҙең йәнә Шакир Мөхәмәҙуллин менән Родион Әмировыбыҙ ҙа бар. Уларҙан да матур уйын көтәбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хоккей миҙгеле башланыр алдынан Родион йәрәхәт алып ҡуйҙы. Әле дауалана. Тиҙҙән һауығыр, көйәрмәндәрҙе һоҡландырыр, һөйөндөрөр әле.
Командабыҙҙа үҙгәрештәр бар. Владимир Жарков, Дмитрий Кугрышев, Вячеслав Солодухин, Эдуард Ғиматов, Алексей Семёнов, Александр Алексеев, Даниил Тарасовтар хәҙер беҙҙә уйнамаясаҡ. Яңыраҡ ҡына Михаил Воробьёв менән дә хушлаштыҡ, дөрөҫөрәге, уны СКА-лағы һаҡсы Динар Хафизуллинға алмаштыҡ. Кем отто, отолдо – быны ваҡыт күрһәтер.
Бына шундай юғалтыуҙар кисерҙек. Ә командаға тағы ниндәй яңы уйынсылар саҡырылдымы? Ҡапҡа һаҡсыһы Александр Шарыченков (ЦСКА), һаҡсы Андрей Зубарев («Спартак», Мәскәү), һөжүм итеүселәр Виктор Тихонов («Аҡ Барс», Ҡазан), Степан Санников («Себер», Новосибирск), Сергей Шмелёв («Сочи»). Уларҙың нисек уйнауҙарын күреп өлгөрҙөк. Ышанысты аҡлаған кеүектәр. Виктор Тихонов ҡына боҙға сыҡманы әле. Йәрәхәтләнгән. Былай тәжрибәле генә хоккейсы ул.
Кисә юлаевсылар «Өфө-Арена»ла «Спартак» менән көс һынашты. Шәмбе көнө «Нефтехимик» (Түбәнге Кама) алыш буласаҡ.

М. КӨЙӘРМӘНОВ.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: